

Дыуан районында “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзы сираттағы “Ижади майҙан” күсмә комплекслы сараһын үткәрҙе. Был юлы проектта Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарынан бер нисә йөҙҙән ашыу мәҙәниәт хеҙмәткәре ҡатнашты.
Офоҡтар киңәйә
Мәғлүм булыуынса, тәүге “Ижади майҙан” Бөрйән районында ойошторолғайны, унда Урал аръяғы райондары вәкилдәре йыйылды. Артабан проект Стәрлебаш ауылында үҙәк зона райондары өсөн үтте. Көнбайыш райондар Йәрмәкәйҙә берләште, ә күптән түгел сара Ағиҙел ҡалаһында ла булды. Хәҙер иһә Мәсәғүттә Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарының ижади шәхестәре һәм мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре осрашты, семинарҙарҙа һәм оҫталыҡ дәрестәрендә тематик йыл мөмкинлектәре барланды, урындағы таланттарҙы табыу һәм үҫтереү юлдары асыҡланды, мәҙәни һәм рухи мираҫ хазиналарын тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрөү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Хәҙер иһә был хаҡта ентекләберәк яҙып үтәйек.
Проектҡа ярашлы, һәр йүнәлештең үҙ нескәлектәре һәм талаптары бар. Бер төбәктә – кинорежиссерҙарҙы, икенсеһендә һынлы сәнғәт оҫталарын көтәләр, өсөнсө урынға актерҙарҙы, музыканттарҙы йәки драматургтарҙы алып килеү мөһим. Сараны ойоштороусылар һәр саҡ төбәктәр менән һөнәри бәйләнештә булған йәки ижадының бер өлөшөн ошо яҡтарға арнаған профессионалдарҙы табырға тырыша. Шул уҡ ваҡытта саҡырылған ҡунаҡтарҙың һәм “хедлайнер”ҙарҙың бурысы – уңыш юлдары хаҡында һөйләүҙән тыш, урындағы йәштәрҙе, әүҙемселәрҙе нимәгә булһа ла өйрәтеү һәм уларға ижади үҫешкә этәргес биреү. Мәҫәлән, Мәсәғүттәге “Ижади майҙан”дың йәштәр майҙансығында төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының күренекле вәкиле, стронгмен, Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин да сығыш яһаны, заман саҡырыуҙары, үҙеңде һәм йәмғиәтте яңы шарттарҙа аңлау, ҡабул итеү үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне. Милләттәшебеҙҙе Рәсәйҙә Гиннесстың рекордтар китабы рекордсыһы, пауэрлифтинг һәм армрестлинг буйынса спорт мастеры, “Планетаның иң көслө кешеһе” ярыштары финалсыһы, “Рәсәйҙең иң көслө кешеһе” турнирының дүрт тапҡыр еңеүсеһе тип беләләр.
– Хәҙерге заман яңы ҡағиҙәләр талап итә, әммә ысын ҡиммәттәр – мәңгелек. Көслө кеше физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да көслө булырға тейеш. Даими үҙгәреүсән шарттарҙа булған ваҡиғаларға ҡарата сәләмәт мөнәсәбәт һәм тамырҙар менән ныҡлы бәйләнеш кенә үҙеңде һаҡларға, артабан үҫешергә, сит-ят елдәр ҡулында уйынсыҡ булмаҫҡа мөмкинлек бирә. Был уникаль сарала спикерҙар иҫәбендә ҡатнашыуыма бик шатмын. Бында уҡыусылар, йәш спортсылар, блогерҙар, ғөмүмән, ил, республика яҙмышына битараф булмаған йәштәр менән аралашыу өсөн ифрат яҡшы мөмкинлек тыуҙырылған. Уларға тәжрибәң, һөнәр серҙәре тураһында һөйләү бик кәрәк – был хаҡта мәғлүмәтте интернеттан да, телевизорҙан да алып булмай. Ә уңыш серенә килгәндә, ул тәү сиратта – эшеңде яратыуҙа, – тип билдәләне Эльбрус Ниғмәтуллин.
Йәнле аралашыу барышында ул үҙенең тормош тәжрибәһе хаҡында һөйләне, йәштәргә бөтә теләктәренә өлгәшергә һәм йәмғиәткә файҙалы кеше булырға мөмкинлек биргән серҙәрҙе уртаҡлашты.
Йәштәр майҙансығында шулай уҡ йәш сәйәсмән, ирекмәндәр хәрәкәте әүҙемсеһе Заһит Ғүмәров та ҡатнашты. Ул Баймаҡ районының Күгиҙел ауылынан. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң Баймаҡ районы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитетына етәкселек итә, әлеге ваҡытта баш ҡалала дәүләт власы органдарында эшләй. Ул йәштәргә ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында йыйған эш тәжрибәһе, ирекмәндәрҙе туплау һәм зыян күреүселәргә ярҙам ойоштороу тураһында һөйләне.
– Йәмғиәткә һәм илгә файҙалы булыр өсөн ниндәйҙер юғары вазифа биләү йәки ҙур бизнес хужаһы булыу кәрәкмәй. Студент саҡта ла файҙа килтерергә мөмкин. Ирекмәндәр хәрәкәте – ошондай үҫеш юлдарының береһе. Ғөмүмән, ирекмәнлектең нәҡ ошо һыҙатын – үҙаллы үҫеш мөмкинлеген биреүен билдәләйем. Әгәр маҡсатлы, йәш кеше йәмғиәт өсөн кәрәкле белгес булырға теләһә, хеҙмәт юлын тап ошонан башларға мөмкин. Әммә шуны танырға мәжбүрбеҙ: күп йәштәр үҙ көсөнә ышанмай, донъяны яҡшырта алыуын күҙалламай. Ә ирекмәнлек хәрәкәтендә ҡатнашыу быларҙың ысынбарлыҡ булыуын иҫбатлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғәҙәттән тыш хәлдәр булып тора һәм был саҡта берҙәмлек бик мөһим, – ти ҡасандыр үҙе ирекмән булған, Баймаҡ районының ирекмәндәр үҙәгенә етәкселек иткән Заһит Ғүмәров.
Ысынлап та, ирекмәнлек аралашыу даирәһен киңәйтә, ойоштороу һәләтен үҫтерә, үҙ-үҙеңде ойоштороу мөмкинлектәрен күрһәтә һәм, дөйөм алғанда, кешенең үҙ мөмкинлектәрен күҙаллау офоҡтарын киңәйтә.
Ҡумыҙ музейы асыла
Мәсәғүттәге “Ижади майҙан”дың тағы бер йүнәлеше музыкаль ижадҡа арналғайны. Майҙансыҡтың модераторы булараҡ, Башҡортостандың халыҡ артисы, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, “Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы” халыҡ-ара конкурсы еңеүсеһе Миңлеғәфүр Зәйнетдинов сығыш яһаны.
– Башҡорт халыҡ музыка ҡоралы ҡумыҙҙың мөмкинлектәре әлегәсә тулыһынса баһаланмаған, тип иҫәпләйем. Бынан бер нисә тиҫтә йыл элек ул хатта өҫтәмә ҡорал тип кенә иҫәпләнә ине һәм унда көйҙәрҙе тулы килеш башҡарып булмай тигән фекер ҙә бар ине. Шул саҡта мин халыҡ музыкаһының элекке традицияларын тергеҙергә булдым. Тәүге музыкаль альбомым тулыһынса ҡумыҙҙа уйнаған көйҙәрҙән торҙо, һәм был күренеш бөтә башҡорт көйҙәрен дә ошо инструментта башҡарып булыуын раҫланы, – тине Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, яҡташтары алдында сығыш яһап.
“Ижади майҙан”да ҡатнашыусылар өсөн ҡумыҙсы киңәйтелгән оҫталыҡ дәресе үткәрҙе: ҡумыҙ, варгандарҙың төрҙәрен күрһәтте, донъяла, башҡорт музыка традицияһында ҡумыҙ тарихы, уның үҫеше һәм заманса музыкала ҡулланылыуы менән таныштырҙы. Шулай уҡ, урындағы һәүәҫкәрҙәр менән ихлас күңелдән ҡумыҙҙа ҡушылып уйнап, халыҡты йәнләндереп ебәрҙе.
Дәрестең икенсе яртыһында йәш ҡатнашыусылар ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнде, ә билдәле ҡумыҙсы профессионалдар өсөн оҫта ҡатмарлы көйҙәрҙе уйнау нескәлектәрен күрһәтте. Әйткәндәй, Өфөлә Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ҡумыҙ музейын ойошторасаҡ, яҡын арала ул баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн асыласаҡ.
“Ижади майҙан”дың даими партнеры – режиссер, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Зөһрә Бураҡаева. Ул фильмдың нисек барлыҡҡа килеүе, төшөрөлөүе хаҡындағы системалы оҫталыҡ дәресе уҙғара һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре уға һәр саҡ ҡыҙыҡ һорауҙар бирә, йәнле бәйләнеш булдыра. Һәр осрашыуҙа кино оҫтаһы бер элементҡа баҫым яһай: фильмдың структураһы, ҡыҫҡа метражлы сценарий, продюсер роле һәм актерҙар һайлауҙың мөһимлеге һәм башҡа үҙенсәлектәр фильм төшөрөүҙең төп нигеҙе булып тора, ти ул.
Сағыу һәм һөҙөмтәле сара
Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Йәлил Сөләймәнов иһә төрлө райондарҙа ойошторолған “Ижади майҙан” проектының барлыҡ сараларында ла ҡатнашты, ул иң тәжрибәле спикерҙарҙан. Йәлил Әхмәт улының һәр оҫталыҡ дәресе ҡыҙыҡлы һәм йәнле үтә, уның эшмәкәрлеге хаҡында аҙаҡ та бик күп матур фекерҙәр ишетергә тура килә. Мәҫәлән, был юлы Мәсәғүт балалар музыка мәктәбе директоры Э.Н. Феденева ошондай юлдар яҙып ебәргән:
“Урындағы балалар музыка мәктәбенең бөгөнгө ҙур сарала ҡатнашыуы иҫ киткес фәһемле булды. Беҙ шундай файҙалы һәм күп яҡлы осрашыуҙарҙың шаһиты булдыҡ. Бигерәк тә сағыу һәм әһәмиәтле оҫталыҡ дәресе өсөн Йәлил Әхмәт улы Сөләймәновҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ул беҙҙе ябай итеп аралашыуы, ихласлығы менән әсир итте, аудиторияны юғары кимәлдә тыңлай белеүе менән һоҡландырҙы. Һөнәри оҫталығы, профессионаллеге өсөн дә рәхмәт уға. Артабан да уңыштар теләйбеҙ”. “Әҙәбиәт” майҙансығында иһә “Һәнәк” журналының баш мөхәррире, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Миләүшә Ҡаһарманова башлап яҙыусылар һәм әҙәби түңәрәк ағзалары менән осрашты.
– Беҙҙе тормош ҡыйынлыҡтары яҙыусы яһай. Ошо һынауҙарҙы үтә барып, мәғәнәһен төптән төшөнөп, эскерһеҙ, ихлас күңелдән яҙылған юлдар барлыҡҡа килә. Ваҡиғаларға иһә драмаға ҡараған кеүек ҡарайбыҙмы йәки көлкөлө яғын күрәбеҙме – барыһы ла шулай уҡ төрлө тормош этаптарын үткән уҡыусының күңелендә сағылыш таба, – ти Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы.
“Ижади майҙан” проектының шулай уҡ даими ҡатнашыусыларының береһе – “Аҡбуҙат” журналы майҙансығында ла йәнле осрашыу булды. Баҫманың баш мөхәррире, шағирә Лариса Абдуллина балаларҙы журнал менән таныштырҙы, уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса әңгәмә ойошторҙо. Рәссам Майя Ҡәйүмова ҡуян һүрәтен төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Мәсәғүттең 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Аделина Байрамғолованың һәм Мәсәғүт лицейының 1-се класс уҡыусыһы Данил Нурғәлиндең һүрәттәре иң шәбе тип табылды.
Шулай уҡ был көндә Мәсәғүттә Һарт ырыуы йыйыны үтте. Мәғлүм булыуынса, был ырыу вәкилдәре төбәктең Арый, Әбдрәшит, Мөлкәт, Түбәнге Әбсәләм, Үрге Әбсәләм, Ҡаракүл, Мәсәғүт, Иҫке Хәлил һәм Яңы Хәлил ауылдарында йәшәй. Сарала халҡыбыҙҙың көнүҙәк мәҙәни-ижтимағи проблемалары күтәрелде, ғалимдарҙың һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең сығыштары яңғыраны. Шулай уҡ йыйынға билдәле актер, йырсы, Һарт ырыуы вәкиле Артур Кәбиров та ҡайтҡайны.
Тиҫтәгә яҡын майҙансыҡты берләштергән “Ижади майҙан” сараһы был юлы ла, һис шикһеҙ, сағыу һәм һөҙөмтәле булды. Ауыл ерендә эшләгән мәҙәниәт, мәғариф хеҙмәткәрҙәренә, ижади шәхестәргә илһам биргән, дәрт-дарман өҫтәгән был уникаль проекттың һөҙөмтәһен киләсәктә күрәсәкбеҙ әле.
- Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА