Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Ноябрь 2022, 10:01

Әсәһенең хыялын тормошҡа ашырған

Сәнғәт юлын һайлауына һис үкенмәй Ҡарай ауылы ҡыҙы.

Автор фотолары.Автор фотолары.
Фото:Автор фотолары.

Ермолаево ауылында урынлашҡан район мәҙәниәт һарайында тап иттек “Йәнтөйәк” халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе Айзилә Юлыеваны. Мәҙәниәткә яңы һулыш биреп, ололарҙан ҡалған рухи мираҫты юғалтмай дауам иткән йәш белгестәрҙең береһе ул.

Айзиләнең күңеле бәләкәйҙән сәнғәткә тартыла. Бейеү ансамбле­нә лә йөрөй, мәктәп радиоһында диктор булараҡ та сығыш яһай, төрлө сараларҙы алып барыусы ла була. Өс балалы ғаиләлә ҙур сәхнә тураһында хы­ял­ланып үҫә ул. Ун ике йәшлек сағында атаһы мәрхүм була, ләкин әсәй кеше балаларының һәр береһенә юғары белем бирергә көс таба. Айзиләнең хыялын да ул бөтә яҡлап хуплай.

– Әсәйемдең үҙенең йәш саҡта бейергә хыялы булған. Һигеҙенсе класта уҡығанда Фәйзи Ғәскәров ансамбленә төркөм йыйылыуы тураһында гәзиттә белдереү күреп ҡалалар һәм, оҙаҡ уйлап тормай, өләсәйем менән юлға сығалар. Зифа буйлы, толомо биленә етеп торған ҡыҙ һайлап алыу турын уңышлы үтә, ләкин документ тултырғанда йәшерәк булыуын күреп ҡалып алмайҙар. Ғаилә сәбәптәре арҡаһында әсәйем башҡа бармай. “Үҙем артист була алманым, шуның өсөн һин сәхнәлә йөрө”, – тип мине дәрт­ләндерҙе. Бер туған ағайым да Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамланы, ул һуңғы курста уҡығанда мин театр факультетының беренсе курсына индем. Билдәле актер һәм режиссер Әхтәм Абушахмановтың уҡыусыһы булыуым менән дә ғорурланам. Һөнәремде дөрөҫ һайлағанмындыр, тим, сөнки башҡа эш күңелемә ятмаҫ ине, – тине Айзилә.

Юғары уҡыу йортон тамамлағас, тәүге хеҙ­мәт тәжрибәһен Салауат ҡалаһында ала, артабан тормошо тыуған яҡтары менән бәйле.

Мәҙәниәт өлкәһендәге хеҙмәт стажы – 15 йылға яҡын, “Йәнтөйәк” ансамбленә иһә ул хәҙер биш йыл етәкселек итә. Бында үҙенең режиссерлыҡ мөмкинлектәрен үҫтерә, ҡыҙыҡлы сценарийҙар яҙа, район һәм республика кимәлендәге сараларҙы әҙерләүҙә һәм уҙғарыуҙа ҡатнаша.

– Айзилә Альберт ҡыҙы – асыҡ күңелле кеше, эргәһенә сәнғәткә ғашиҡ кешеләрҙе туплай белә. Эшен яратып башҡарғас, үҙен дә хөрмәт итәләр, – тинеләр уның хаҡында мәҙәниәт һарайында.

Ансамблгә райондың төрлө ауылдарынан киләләр. Уларҙың һөнәрҙәре лә төрлөсә. Коллектив тураһында йылы хистәр менән һөйләне уның етәксеһе.

– Беҙҙең ансамбль 1995 йылдан алып эшләй. Халыҡ исеменә 2003 йылда лайыҡ булды һәм дүрт тапҡыр ошо маҡтаулы исемен раҫланы. Ансамблгә үҙ һөнәренең оҫтаһы, тәжрибәле концерт­мейс­терыбыҙ Фаил Кәримов етәкселек итә. Башҡа ҡат­нашыусыларыбыҙ ҙа һәләтле. Ансамблдә 25 – 70 йәшлек 15 кеше йөрөй, араларында хаҡлы ялдағылар ҙа байтаҡ. Көндәлек тормош мәшәҡәттәренән арыныу, ял итеү, рухи көс алып ҡайтыу өсөн улар мәҙәниәт усағына ашҡына. Ансамбль репертуары фольклор һәм халыҡ йырҙарынан тора. Ошо ерлектәге онотолған йыр­ҙарҙы, таҡмаҡтарҙы ла терге­ҙеүгә өлгәштек. Улар араһында “Яҡут таҡ­маҡ­тары”, “Ҡара ҡарлу­ғасмы икән?”, “Көйөр­гәҙе таҡмаҡ­тары”, “Юшатыр көйө”, “Айсыуаҡ көйө” һәм башҡа йырҙар репер­туарыбыҙҙы байыта. Тамаша­сы­ларға халҡыбыҙҙың оҙон көйҙәрен, төрлө йолаларҙы башҡарыу айырыуса ныҡ оҡшай, – тип һөйләне Айзилә.

Һөнәри яҡтан дөрөҫ итеп һайланылған ре­пертуар, матур, таҙа тауыштар, халыҡ сән­ғә­тен яратҡан кешеләр тупланыуы – барыһы ла тамашасы һөйөүен яуларға, кол­лективтың ижади яҡтан үҫеүенә булышлыҡ итә.  

Ҙур тарихлы ансамблдең үткәне тураһын­да ла ҡыҙыҡһындыҡ. “Йән­төйәк” ансамбле­нең тәүге етәксеһе һәм ойоштороусыһы Мәрйәм Юлдыбаева була. Үҙ эшен яратҡан, маҡсат­лы белгес хеҙмәт йылдарында күп тапҡыр Башҡортостан Мәҙәниәт министрлы­ғының, Республика халыҡ ижады үҙәгенең, Көйөр­гәҙе районы хакимиәтенең, мәҙәниәт бүле­генең почет грамоталарына, Рәхмәт хат­тарына ла­йыҡ була. Шулай уҡ Баш­ҡорт­ос­тан Республикаһы Президенты М. Рәхи­мов­тың Почет грамотаһы менән дә бүләкләнә.

Үҙ эшенең оҫталарының береһе аккомпаниатор Фаил Кәримов та – абруйлы белгес. “Йәнтөйәк” ансамблендә 2013 йылдан ошо вазифала. Дөйөм хеҙмәт стажы – 23 йыл, 2018 йылдан юғары квалификациялы концертмейстер категорияһына эйә. Артислыҡ һәм юғары музыкаль оҫталыҡ хас уға, тиҙәр уның тураһында коллективта.

Барыһы бергә тупланып, бер төптән эшләгәндә генә, сәхнәләге сығыштар уңышлы, халыҡ күңе­ленә үтеп инерлек була. Ансамбль етәксеһе Айзилә Альберт ҡыҙы үҙенең ғаиләһендә лә терәк-таяныс таба, сөнки яҡындары ла сәнғәткә ғашиҡ кешеләр. Күрше Яҡшембәт ауылы егетенә тормошҡа сығып, ул һәм ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Балалары ла, әсәйҙәренә оҡшап, ҙур сәхнәгә тартыла. Улдары Искәндәр “Аҡбуҙат” өлгөлө башҡорт фольклор ансамблендә шөғөлләнә, ҡыҙҙары Әминә фигуралы шыуыу буйынса уңыштарға өлгәшә.

Сәнғәт аша үҙҙәренең генә түгел, эргә-тирәләгеләрҙең дә күңелен байыта һәм үҫтерә был һөнәр эйәләре.

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Читайте нас