Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
14 Ноябрь 2022, 14:20

Мәскәүҙә башҡорт халыҡ әкиәттәр йыйынтығы донъя күрҙе

“Әкиәттәр әйлән-бәйләне” серияһының төп маҡсаты – илебеҙҙең төрлө халыҡтар һәм мәҙәниәттәр һыйышып йәшәгән, сағыу, дуҫтарса мөнәсәббәтле образын тыуҙырыу һәм Рәсәй халыҡтарының фольклорын популярлаштырыу.

“Балалар һәм үҫмерҙәр китабы” нәшриәтендә “Әкиәттәр әйлән-бәйләне” серияһында “Тылсымлы өйрәк” китабы сыҡты. Был серияла төрлө йылдара коми-пермяк, тувин, татар, яҡут һәм Себер халыҡтары әкиәттәре нәшер ителә.

Йыйынтыҡтың төҙөүселәре педагогия хеҙмәте ветераны, тыуған яҡты өйрәнеүсе Рәйсә Әхмәтрәхимовна менән фольклорсы, филология фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технология университетының өлкән уҡытыусыһы Олеся Әхмәтрәхимова. Әҫәрҙәргә сағыу йөкмәткеле һүрәттәрҙе сығышы менән Башҡортостандан булған рәссам Яна Пчелкина әҙерләгән.   

“Әкиәттәр әйлән-бәйләне” серияһының төп маҡсаты – илебеҙҙең төрлө халыҡтар һәм мәҙәниәттәр һыйышып йәшәгән, сағыу, дуҫтарса мөнәсәббәтле образын тыуҙырыу һәм Рәсәй халыҡтарының фольклорын популярлаштырыу.

"Башҡортостандың мәҙәни донъяһы" төркөмөнән

Мәскәүҙә башҡорт халыҡ әкиәттәр йыйынтығы донъя күрҙе
Мәскәүҙә башҡорт халыҡ әкиәттәр йыйынтығы донъя күрҙе
Мәскәүҙә башҡорт халыҡ әкиәттәр йыйынтығы донъя күрҙе
Мәскәүҙә башҡорт халыҡ әкиәттәр йыйынтығы донъя күрҙе
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: