Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Ноябрь 2022, 04:00

Башҡорт ҡурайы антологияға инде!

Милли музыка ҡоралын эшләү технологияһы менән теләгән һәр кем таныша аласаҡ.

Башҡорт ҡурайы антологияға инде!Башҡорт ҡурайы антологияға инде!
Башҡорт ҡурайы антологияға инде!

Санкт-Петербургта “XXI быуатта халыҡ мәҙәниәте: йолалар һәм инновациялар” тигән халыҡ-ара форум үтте. Уның барышында “Халыҡ мәҙәниәте антологияһы” проекты менән таныштырыу булды.

Бында Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫына ҡараған 100 объект индерелгән. Халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралы ҡурайҙы эшләү технологияһы ла – ошо мәҙәни мираҫ өлгөләре араһында! Музыка ҡоралы менән Башҡорт дәүләт филармонияһының ҡурайсы-солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Хәйруллин таныштырған.

Әйткәндәй, илебеҙ халыҡтарының мәҙәни мираҫ өлгөләре менән теләгән һәр кеше таныша алһын өсөн, “Рәсәй халыҡтарының этномәҙәни мираҫы” (“Этнокультурное достояние народов России”) тигән сайт барлыҡҡа киләсәк.

Фото: И. Хәйруллиндың шәхси сәхифәһе һәм bashkortostan.ru сайты.

 

Башҡорт ҡурайы антологияға инде!
Башҡорт ҡурайы антологияға инде!
Башҡорт ҡурайы антологияға инде!
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас