

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мәҙәни мираҫ йылында тулҡынландырғыс сара – яҡташ шағир-яҙыусыларға арналған әҙәбиәт кабинет-музейы асылды.
Баймаҡ районы республикала таланттарға бай төбәк булып танылған. Башҡорт әҙәбиәте үҫешенә тос өлөш индергән талантлы шағир-яҙыусыларыбыҙҙың әҙәби мираҫын һаҡлау, тормош юлын, ижадын тәрәнерәк өйрәнеү маҡсатынан булдырылған музейҙа 27 авторҙың китаптары, фотолары, ҡулъяҙмалары, шәхси әйберҙәре йыйылған.
– Иң тәүге экспонаттар менән уртаҡлашыусылар Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың ғаиләһе булды. Улар башланған эштең һәр этабы менән ҡыҙыҡһынды. Бөгөн үҙҙәре була алмаһа ла, сәләмдәрен еткерҙеләр. Музейҙың эше уны асыу менән тамамланмай, киреһенсә, башлана ғына. Фонд тағы ла тулыланыр, тип ышанабыҙ. Был тәңгәлдә артабан да эҙләнеү эштәре алып барасаҡбыҙ.
Бөгөн мин яҡташтарыбыҙҙың рухи мираҫын һаҡлауға ҙур иғтибар бүлгән абруйлы яҡташыбыҙ БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Азамат улы Тажетдиновҡа, район хакимиәте башлығы Фәнис Ғәбдрәшит улы Әминевкә, музей асыу идеяһын ихлас ҡабул иткән ижадсы яҡташтарыбыҙға һәм был эште атҡарып сыҡҡан коллективыма рәхмәт белдерәм. Музейҙың ишектәре һәр кемгә асыҡ, ул айырыуса үҫеп килгән йәш быуынға рухи тәрбиә биреүҙә булышлыҡ итер тип өмөтләнәм, – тине сығышында китапхана директоры Зилә Мортазина.
Тәбрикләү һүҙҙәре менән Илшат Тажетдинов, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова сығыш яһаны. Илшат Азамат улы, райондаштарын ошо ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотлап, ихлас теләктәрен еткерҙе. Яҡташыбыҙ Таңсулпан Ғарипова иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы төбәгебеҙҙең шағир-яҙыусылары исеменән һөйөнөүен белдерҙе.
– Бөгөн барыбыҙ өсөн дә шатлыҡлы көн. Ниһайәт, күптән ниәтләгән, бойомға ашыуын теләп йөрөгән эш башҡарылды, райондан сыҡҡан яҙыусы-шағирҙарға арналған музей асылды. Арабыҙҙан киткән әҙиптәребеҙҙең дә рухтары шаттыр, әҙәби мираҫтары ошо кабинет-музейҙа ҡәҙерләп һаҡланасаҡ һәм ижадтары өйрәнеләсәк, үҫеп килгән йәш быуынға еткереләсәк, – тине ул.
Тантаналы рәүештә таҫмалар киҫелгәс, барыһы ла эскә үтеп, музей-кабинет менән танышты. Бында халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын үҫтереүгә тос өлөш индергән сәсәндәребеҙ, биография биттәре ниндәйҙер кимәлдә Баймаҡ төбәгенә бәйле шәхестәр һәм районыбыҙҙан сыҡҡан Яҙыусылар союзы ағзалары – шағир-яҙыусылар тураһында мәғлүмәт тупланған: иҫтәлекле фотолар, ҡулъяҙмалар, бер ҡайҙа ла баҫылмаған әҫәрҙәр, баҫыу машинкалары, сувенирҙар, бер нисә быуатҡа шаһит ҡомартҡылар һ.б. Арабыҙҙа булмаған әҙиптәрҙең яҡындары, үҙҙәре тапшырған экспонаттарҙы ҡарап, яҡындары өсөн һөйөндө, тулҡынландырғыс мәлдә кисергән тәьҫораттарын уртаҡлашты. “Шатлыҡ” фольклор берекмәһе малайҙарының (етәксеһе – Р.С. Иҙелбаева) рухлы сығышы тантанаға йәм өҫтәне.
Дилә АРЫҪЛАНОВА