+21 °С
Болотло


Өфөлә Ҡыш бабайҙың резиденцияһын Ағиҙел яры буйында урынлаштырырға иҫәп тоталар. Бының турала Өфө ҡалаһы мэры Ратмир Мәүлиев һөйләне:
“Ҙур ҡалала балалар күп. Ҡунаҡтар ҙа күп килә. Яңы йыл байрамында Ҡыш бабайҙың үҙенә килеп яҡшы кәйеф алыу үҙе бүләк”.
Резиденция 25 декабрҙән 14 ғинуарға тиклем эшләйәсәк. Тағы ла тыуған иле Великий Устюг ҡалаһынан ысын Ҡыш бабайҙың да килеүе көтөлә.
Фото интернеттан.