

Билдәле булыуынса, Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан һәм Татарстан республикаларының халыҡ артисы Хәниә Фәрхиҙең Тәтешле районы үҙәгендә музейы эшләй, шулай уҡ унда һәйкәл дә ҡуйылғайны. Яратҡан йырсыбыҙҙың һеңлеһе Фирүзә Ибәтуллина хәбәр итеүенсә, һәйкәлде әлегә алып торғандар.
"Хөрмәтле райондаштар, Тәтешлебеҙгә килгән ҡунаҡтар! Эстрада күгендә яҡты йондоҙ булып балҡыған яҡташыбыҙ, Тәтешле ҡыҙы Хәниә Фәрхиҙең музейы, һәйкәле бер йыл дауамында халыҡты ихлас ҡабул итте. Музей бөгөн дә әүҙем эшләй. Ә бына һәйкәлен ҡышҡа, ваҡытлыса, ышаныслы урынға ҡуйҙыҡ. Ни өсөн тигәндә, һәйкәлдең эргә-тирәһендә сәскәләр ултыртырға урындар, яҡтылыҡ өсөн ут, яҡшы сифатлы төҙөлөш материалынан тротуар, аллея булдырыласаҡ. Был эште атҡарыу ваҡыты ике йылға, көҙ һәм яҙ айҙарына, тәғәйенләнде. Барыһы өсөн матди сығымдар бүленде. Бөгөндән һәйкәл янында ремонт эштәре башланды. Яратҡан йырсыбыҙҙың һәйкәле 2023 йылға, үҙенең тыуған көнөнә төҙөкләндерелеп, тирә-яҡҡа матурлыҡ өҫтәп, яңынан балҡып торор, тигән теләктәбеҙ", – тип яҙған Фирүзә Ибәтуллина.
Фото Фирүзә Ибәтуллинаның “Бәйләнештә"ге сәхифәһенән алынды.