Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Ноябрь 2022, 14:37

Рухы яңы үрҙәргә әйҙәй

Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрына Илшат Йомағоловтың исеме бирелде.

Эльдар Фәттәхов фотолары.Эльдар Фәттәхов фотолары.
Фото:Эльдар Фәттәхов фотолары.

Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, бар ғүмерен театр сәнғәтенә бағышлаған, шул замандың иң сағыу сәхнә оҫтаһы, был өлкәлә бик күп йондоҙҙар әҙерләп сығарған талантлы педагог, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, драматург, РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы Илшат Йомағоловтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы, театр хәҙер уның исемен йөрөтәсәк.

Ошо уңайҙан Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры фойеһында күренекле шәхес иҫтәлегенә бюст асыу тантанаһы булды. Илшат Йомағоловтың исеме Стәрлетамаҡ өсөн айырыуса мөһим һәм ҡәҙерле, сөнки ул Стәрлетамаҡта Башҡорт драма театры­ның ижади коллективын (хәҙерге Стәрле­тамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе) булдырыуҙың шишмә башында торҙо. Уның беҙҙең ҡалала башҡорт драма театрына нигеҙ һалыуға һәм үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

Республикабыҙ театр сәнғәте тормошон­дағы ошо мөһим тарихи ваҡиғала Башҡорт­остандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Алмас Сәйетов, БР Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссеры, РФ-тың атҡаҙанған һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы, башҡорт театр һәм кино актёры, Башҡортостан Республикаһының  Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әхтәм Абушахманов, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры режиссеры, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрын ойоштороусы, уның беренсе художество етәксеһе, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлдәр Ильясова, Илшат Йомағоловтың уҡыусылары һәм хеҙмәттәштәре, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры коллективы, Илшат Хәлил улының йәмәғәте, БР-ҙың халыҡ артисы Рәмзиә Хисамова, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенән вәкилдәр, Илшат ағайҙың туғандары, яҡташтары һәм тамашасылар ҡатнашты.

Был тулҡынландырғыс мәлдә сығыш яһаған һәр кем Илшат Хәлил улы хаҡында йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәрен еткерергә ашыҡты.

– Стәрлетамаҡ – башҡорт милли театры­ның бишеге, – тип башланы һүҙен Әхтәм Абушахманов бюсты асыу тантанаһында. – Стәрлетамаҡта үткән быуат башында үҙ эшен башлаған милли театр Өфөгә күсеп киткәс, театр тормошо күп йылдарға һүнеп ҡала. 90-сы йылдарҙа уны ҡайтанан ойоштора башлағанда режиссер Гөлдәр Мозафар ҡыҙының тап Илшат Хәлил улын саҡырып килтереүе киләсәккә ҙур өмөт уятты. Илшат Йомағолов – ул милли бренд, республика­быҙҙың театр донъяһында иң яратҡан актерҙарҙың береһе ине. Театрға нәҡ уның исемен биреү коллективтың абруйын күтәрәсәк һәм ижади коллектив был юғары исемде лайыҡлы хеҙмәте менән аҡлар, тип уйлайым, – тине күренекле театр әһеле.

Гөлдәр Мозафар ҡыҙы театр асырға йыйынған осорҙа Илшат ағайҙы осратыуын театр өсөн яҙмыш бүләге тип иҫәпләй. 80-се йылдар аҙағында уларға Салауат театрында бергә эшләргә насип була. Шул ваҡытта Гөлдәр Ильясова Стәрлетамаҡта театр асырға теләүе тураһында әйтә һәм Илшат ағайҙы эшкә саҡырырға йөрьәт итә. Стәрлетамаҡ драма театрының тәүге спектаклен ҡарағандар хәтерләйҙер – ул ҡаҙаҡ драматургы Дулат Исабековтың “Көтөр кешем бар минең” тигән әҫәре буйынса ҡуйыла. Унда Илшат Йомағолов, яңы ғына Сибай театрынан килгән Кинйәбикә Исламғолова һәм Гөлдәр Ильясова үҙе лә уйнағайны. Ролен иҫ киткес оҫталыҡ менән башҡарған актер яңғырауыҡлы, көр тауышы, һәр хәрәкәте, мимикаһы менән арбай ине тамашасыны. Мөһабәт һынлы Илшат ағайҙың сәхнәгә сығып баҫыуы ғына ла үҙе ни тора!

Театрға исем биреү менән ҡотлап, ҡа­сандыр Илшат Хәлил улында белем ал­ған уҡыусылары, хәҙер инде үҙҙәре Баш­ҡорт­остандың күптән танылған халыҡ артистары Әхәт Хөсәйенов, Хөрмәтулла Үтәшев хә­тирәләрен уртаҡлашты. Был матур иҫтә­лекле сараға “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина ла килгәйне. Баҡтиһәң, уға ла Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумында Илшат ағайҙың уҡыусыһы булыу бәхете тейгән икән. Әгәр сәнғәт юлын һайлаһа, моғайын, Лариса Хашим ҡыҙынан бынамын тигән актриса сығыр ине!

Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының художество етәксеһе Илһам Рәхимов, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләш­мәһе директоры Харис Әбдрәхимов бюсты асыуға ҙур көс һалған БР-ҙың атҡаҙанған рәссамы Хәниф Хәбибрахмановҡа, скульптор Сергей Казаковҡа, ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизовҡа һәм уның урынбаҫарҙарына оло рәхмәт белдерҙе.

Бюсты асыу хоҡуғы Илшат Хәлил улының йәмәғәте Рәмзиә Хисамоваға һәм БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Алмас Сәйетовҡа бирелде.

Кисәгә килгән ҡунаҡтар шулай уҡ Илшат Йомағоловтың биографияһына һәм ижадына арналған күргәҙмә менән танышты. Тәбиғәттән актёрлыҡ һәләтенә эйә булған сағыу шәхес 50-нән ашыу онотолмаҫлыҡ роль башҡарған. Хәтерегеҙҙәлер, беҙҙең быуын бала саҡта Илшат ағайҙың радио аша яңғыраған радиотамашаларын тыңлап үҫте, был матур, яңғырауыҡлы тауыш әле лә ҡолаҡта сыңлай. Ул ысын-ысынында башҡорт театр сәнғәтенең аҫыл вәкиле булды. Әйткәндәй, Стәрлетамаҡ радиоһы архивында уның аудиояҙмалары булырға тейеш. Кәбир ағай Аҡбашев ялға киткәндә, уның урынында радио тапшырыуҙары алып барған саҡта Илшат ағайҙан сығыш яһауын һорағайным. Ағайыбыҙ бер һүҙһеҙ килеп тә етте һәм моңло тауышы менән бер шәлкем шиғыр уҡып ишеттерҙе. Тап ана шундай һүҙ сәнғәте маһирҙарының аһәңле тауышы аша беҙ туған телебеҙҙең һутын тойорға өйрәнеп үҫтек.

Илшат Йомағоловтың таланты күп яҡлы: ул үҙен драматургия өлкәһендә көслө драматург булараҡ та иҫбатланы, үҙенән һуң трагедия, драма әҫәрҙәренән торған бай мираҫ ҡалдырҙы. Тиҫтәләрсә драма әҫәрҙәре (“Нәркәс”, “Сәсәндәр”, “Семәрле тәхет”, “Юл сатында”, “Буш сәңгелдәк”, “Юғалтыуҙар аша”, “Торналар ҡайтҡанда”, “Мөхәббәт ҡоштары”  һәм башҡалар) авторы булыуҙан тыш, тәржемәсе булараҡ та әүҙем эшләне – рус һәм сит ил классиктарының тиҫтәләгән драма әҫәрҙәрен башҡортсаға әйләндерҙе. Пьесалары буйынса спектакл­дәр республикала ғына түгел, унан ситтә лә ҡуйылды. Уның тарихи темаға яҙылған данлыҡлы “Нәркәс” трагедияһы ғына тотош илде урап сыҡты!

Тантананан һуң Илшат Йомағоловтың “Һөйәрҙәргә ҡапҡан” комедияһы буйынса режиссер Айҙар Зарипов ҡуйған спектакль күрһәтелде. Ролдәрҙе Илшат ағайҙың яҡын ғына туғаны Миңниса Бакирова, Илһам Рәхимов, Физәлиә Рәхимова, Илгиз Әкимбәтов, Ҡәҙриә Мифтахова башҡарҙы. Тамашасылар спектаклдән йәненә ял алып ҡайтты. Ул шул тиклем еңел ҡарала – әлеге ваҡытта тап ошондай сәхнә әҫәрҙәре күңелде дауалай, рухты нығыта.

 Быйылғы ижад миҙгелен ошолай башлап ебәргән Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының киләсәге лә ырыҫлы, мәртәбәле булһын. Илшат ағайҙың яҡты рухы фатихаһын биреп, яңы үрҙәргә әйҙәп торһон.

 


Роза ҠОБАҒОШОВА

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Читайте нас