Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Ноябрь 2022, 10:00

"Уралтау"ҙың оло еңеүе

Мәскәүҙә «Уралтау» балалар хореография студияһының өлкәндәр төркөмө Гран-при яулаған.

"Уралтау"ҙың оло еңеүе"Уралтау"ҙың оло еңеүе
"Уралтау"ҙың оло еңеүе

Учалы бейеүселәренең иҫ киткес талантлы һәм дәртле икәнен күптәр беләлер. Уларҙың төрлө бейеү конкурстараында һәр саҡ призлы урын яулауҙары ла юҡҡа түгел. Кисә Мәскәүҙән йәнә ҡыуаныслы хәбәр алғандар. Был хаҡта Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә хәбәр итә.

"«Уралтау» балалар хореография студияһының өлкәндәр төркөмө Мәскәүҙә «Бөйөк Русь»-2022 Бөтә Рәсәй сәнғәт фестивалендә Гран-при яуланы! Балаларҙы һәм студия етәкселәрен лайыҡлы наградалары менән ҡотлайым!"- тип яҙған ул.

Әйткәндәй, 22 октябрҙә Силәбе ҡалаһында «Уралтау» балалар һынлы сәнғәт һарайының өлкәндәр төркөмө «Олимпия кубогы-2022» ижади коллективтар конкурсында  Гран-при яулаған.

Фото: Учалы филармонияһы төркөмөнән.

 

"Уралтау"ҙың оло еңеүе
"Уралтау"ҙың оло еңеүе
Автор:Карима Усманова
Читайте нас