Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
16 Ноябрь 2022, 09:30

Бөгөн Бөтә донъя ҡул эштәре көнө

Бөтә донъя ЮНЕСКО фонды ҡул эштәрен мәҙәни мираҫҡа тиңләгән.

Бөгөн Бөтә донъя ҡул эштәре көнө
Бөгөн Бөтә донъя ҡул эштәре көнө

16 ноябрь – Бөтә донъя ҡул эштәре көнө. Был көн сигеү, бәйләү һәм тегеү менән булышҡан ҡул эше оҫталары, кәсепселәр һәм халыҡ ижадын һаҡлаусы оҫталар байрамы булып тора.

Бөтә донъя ЮНЕСКО фонды ҡул эштәрен мәҙәни мираҫҡа тиңләгән. Бындай ҡарар кешелек донъяһына мәғлүм булған күп төрлө һөнәрҙәр ваҡыт уҙыу менән юғалыу факты нигеҙендә ҡабул ителгән. Ер йөҙөндә 200-ҙән ашыу һөнәр юҡҡа сыҡҡан.

Һәр райондың үҙенә генә хас шөғөл, ҡул эштәре менән мауыҡҡан оҫталары күп. Бөгөн мин һеҙҙе Әбйәлил районының иң оло селтәр-ҡашмау эшләгән оҫта ағинәй Сәхипьямал инәй Усманова менән таныштырғым килә. Инәй күптән туҡһан йәшен тураҡлаған, шулай ҙа яратҡан шөғөлөн ташламай әле.

Уның күҙ нурҙары түгелгән әллә күп­ме ҡашмау тилбер ҡулдары аша бөгөн республиканың байтаҡ сәхнәләрендә хеҙмәт итә. Райондың “Йәшлек” бейеү ансамбле ағзалары ла Сәхипьямал инәйҙең ҡашмау-һаҡалдарын ҡуллана. Алғы яғы мәрйен һәм тәңкәләр, аҫыл-таштар менән биҙәлгән был баш кейемен яһау еңелдән түгел. Бер дананы әҙерләүгә генә лә ике йыл самаһы ваҡыт үтә, сөнки уны ҡулдан эшләү талап ителә. Тәүҙә йомшаҡ туҡыма алына, кәрәкле үлсәүгә һалып тегелә. Артабан милли биҙәктәр һалына.
Сәхипьямал инәй үҙенең ҡашмау­ҙарына ҡусҡар биҙәген һайлаған. Мәрйендәр урынына хәҙерге оҫталар магазин кәштәләрендә һатылған төрлө сәйләндәрҙе ҡуллана. Хатта элекке әйләнештән сығарылған тәңкәләрҙе махсус рәүештә һатыусылар ҙа етерлек. Кәрәкле нәмәләрҙе бергә туплағандан һуң ғына, Сәхипьямал Усманова ҡашмау яһарға ултыра. Теләүселәргә үҙенең оҫталыҡ серҙәрен дә ихлас уртаҡлаша ул.
— Хәҙер ҡашмау, селтәр эшләүселәр күбәйҙе. Ҡайһыларының арлы-бирле итеп яһағанын күреп күңелем әрнеп тә ала, ниңә аҙыраҡ ололар менән кә­ңәшләшеп, китаптарҙан ҡарап өйрән­мәҫкә, тип көйөнәм. Мәҙәниәтебеҙ юҡҡа сыға бит, элекке инәй-өләсәйҙәребеҙҙең нисек кейенеп йөрөүен әлегә үҙ күҙҙәре менән күргән, белгән кешеләр барында йәштәр өйрәнеп ҡалһын ине. Сит мәҙәниәтте үҙ итеп, шуны башҡорттоҡо тип йөрөүселәр күбәйҙе. Ана, күрәһегеҙ бит, хәҙер нисек кейенәләр, һәр урында сама булырға тейеш, — ти инәй.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Сәхипьямал Оморҙаҡ ҡыҙы район буйынса ойошторолған төрлө күргәҙмә­ләрҙә ҡатнаша, хатта Магнитогорск, Өфө ҡалаларынан саҡырыу алһа, алыҫ тип тормай, юлға сыға. Ул яһаған ҡаш­мау һәм һаҡалдар, төрлө биҙәүестәр йыл һайын район һабантуйының иң сағыу биҙәге булып тора. Һатып алыу­сылары ла табыла! Хатта махсус заказ биреп, үҙҙәренә оҡшаған биҙәктәр һалып, төрлө үлсәүҙә эшләтергә теләүселәрҙең йылдан-йыл арта барыуы ла оҫтаның даны алыҫ тарафтарға таралғанын раҫлай.
Йәштән намыҫланып, сәмләнеп донъя көткән Сәхипьямал инәй Усманованың ҡартлығы матур һәм бәхетле. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының ысын образын үҙ булмышында тулыһынса сағылдырған Әбйәлил ағинәйенә сәләмәтлек теләйбеҙ.

Автор фотолары.

 

 

Бөгөн Бөтә донъя ҡул эштәре көнө
Бөгөн Бөтә донъя ҡул эштәре көнө
Бөгөн Бөтә донъя ҡул эштәре көнө
Автор: Карима Усманова
Читайте нас