Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
16 Ноябрь 2022, 15:00

"Дәрүишхан"ға килегеҙ

Унда элекке хиттар ҙа, яңы йырҙар ҙа яңғыраясаҡ. Республика халыҡ ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә...

"Дәрүишхан"ға килегеҙ"Дәрүишхан"ға килегеҙ
"Дәрүишхан"ға килегеҙ

Өфөлә иртәгә, 17 ноябрҙә, "Тере тауыш" тип аталған йәштәр фестивале була.

Был хаҡта Республика халыҡ ижады үҙәгенән хәбәр итәләр. Иртәгә үтәсәк мәҙәни сарала "Бишбармаҡ" оркестры, "Дәрүишхан" һәм "ЕвроАзия" рок төркөмдәре ҡатнаша. Тамашаны күргеһе килгән, заманса йәштәр ижады менән танышырға теләгәндәрҙе киске сәғәт 7-лә Республика халыҡ ижады үҙәгенең мәҙәниәт йортонда көтәләр, ул Кустарная урамында урынлашҡан.

Билеттарҙы ойошманың сайты аша алырға мөмкин. Әйткәндәй, уларҙы Пушкин картаһы ярҙамында алыу форсаты ла ҡаралған. 

Фестиваль Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтарының телдәрен һаҡлау программаһына ярашлы үткәрелә.

Фото: Республика халыҡ ижады үҙәге.

 

"Дәрүишхан"ға килегеҙ
"Дәрүишхан"ға килегеҙ
"Дәрүишхан"ға килегеҙ
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас