

3 декабрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында башҡорт блогерҙары менән филармония артистарының беренсе уртаҡ концерты үтә.
Сарала сәхнә йондоҙҙары менән меңәрләгән яҙылыусыһы булған блогерҙар бер сәхнәлә сығыш яһап, бығаса билдәле булған, шулай уҡ өр-яңы йырҙарҙы башҡарасаҡ. Концертта шулай уҡ юморға ла ҙур урын биреләсәк.
Үҙенсәлекле кисәнең алып барыусылары – юмор оҫтаһы Азамат нөктә.ру менән һылыуҡай Дилара Мусина.
Концертта башҡорт телендәге иң ҙур һәм иң әүҙем пабликтарҙың хужаһы Серленең ҡатнашыуы көтөлә. “Уның кем булыуын белеп ҡалырға теләһәгеҙ, концертҡа рәхим итегеҙ”, - ти ойоштороусылар.
Сығанаҡ һәм фото: kulturarb.ru