

"Селтәр" башҡорт халыҡ костюмы студияһы Ҡазанда “Бейе, Рәсәй”хореография конкурсында финалға үтеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. 14 ноябрҙә улар 10 кешенән торған студия ағзалары “Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта” тигән бейеү менән 1-се дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булдылар. Бейеүҙе ҡуйыусыһы Башҡортостандың халыҡ артисы Зөлфиә Ҡудашева, етәкселәре – Фатима Хәйретдинова.
Тынғы белмәй, башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүҙә ҙур эштәр башҡарған "Селтәр" башҡорт халыҡ костюмы студияһын еңеүҙәре менән ҡотлап, артабан да яңы үрҙәр теләйек!
Фотолар "Селтәр" башҡорт халыҡ костюмы студияһынан