

...Тормош — аш бүлмәһе кеүек ул, ҡыҙым, һәм унда һәр ваҡыт нимәлер бешә. Ә һин шунда, булдыҡһыҙ хужабикә кеүек, кәстрүл-табалар араһында бөтөрөләһең инде. Тормоштоң әҙер рецептары юҡ. Семтекләп уныһын-быныһын һалған булаһың, ә нимә килеп сығырын белмәйһең. Тел йоторлоҡ тәмле итеп бешерһәң — ҡыуанаһың. Ҡайһы саҡ әсе лә булып ҡуя, йә тоҙо етмәй, йә үтә татлы... Йә көйгән, йә бөтөнләй сей була. Ундай саҡтарҙа йәшәүҙең йәмен тапмай китәң. Һәр ваҡыт бөтә нәмә лә уңышлы ғына килеп сыҡмай шул тормош тигән аш бүлмәһендә.
Ә һин бирешмә, балаҡай! Иң мөһиме, усағың да утың һүнмәһен, өҫтәп торорлоҡ утының һәр ваҡыт булһын. Йәшәү дәрте тип атала ул утын. Башҡаһы бүстәк, онотола...
Автор һәм фото: Рәхимә Мусина.