

Республика халыҡ ижады үҙәге 18 ноябрҙә үҙенең мәҙәниәт йортона ҡыҙыҡлы спектакль ҡарарға саҡыра. Ул көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана.
"Табын" башҡорт халыҡ ижады коллективы "Ике һайыҫҡан" әкиәтен күрһәтеп ҡыуандырасаҡ. Был – коллективтың сағыу тамашаларының береһе. Билетты "Пушкин картаһы" менән алырға мөмкин.
"Ике һайыҫҡан" – изгелеккә өйрәткән, мажараларға, көй-моңға бай яҡты әкиәт. Әҫәр үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Спектаклде "Табын" башҡорт халыҡ ижады коллективының режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Илнур Лоҡманов ҡуйған. Мәҙәниәт йорто Кустарная урамындағы 17-се йортта урынлашҡан.
Фото: Республика халыҡ ижады үҙәге.