

17 ноябрҙә Өфөнөң 2-се шифаханалы мәктәп-интернатында башҡорт хореографияһы буйынса практик дәрестәр уҙҙы. Өфөнөң «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле солисы, «Аманат» халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Әнүәр Нурмөхәмәтов сараға йыйылыусыларҙы халыҡ бейеүҙәре ижады, шулай уҡ башҡорт хореографияһын булдырыу тарихы менән таныштырҙы.
«Балалар бик тырышты, уларға «Аманат» ансамбленең һәм «Мираҫ»ансамбленең ижади тормошо хаҡында белеү ҡыҙыҡлы булды. «Аманат» ансамбле солисы Ынйы Мансурова балалар алдында башҡорт ҡатын - ҡыҙ бейеүе менән сығыш яһаны, башҡорт милли кейеменең үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне», - тип билдәләне Әнүәр Әсхәт Улы.
Хореограф оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыусыларҙы башҡорт хореографияһына хас төп хәрәкәттәргә-еңдәрҙе бөгөүгә, келәм һуғыуға, үҙгәреүсән аҙымға һәм ҡул эштәренә өйрәтте. Осрашыу барышында балалар «Аманат» халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистары менән аралашты һәм үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙе.
Мәғлүмәт һәм фотолар “Республика халыҡ ижады үҙәге” төркөмөнән https://vk.com/rcntufa