

Республика халыҡ ижады үҙәге “Башҡорт халыҡ кейеме” каталогын әҙерләү” проекты менән мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә дөйөм милли әһәмиәткә эйә ижади проекттар өсөн Рәсәй Федерацияһы Президентының грантын отто. Эштең төп маҡсаты – башҡорт халҡының үҙенсәлекле байрам, көндәлек һәм башҡа тәғәйенләнештәге кейем өлгөләре каталогын әҙерләү. Ни өсөн был каталог әһәмиәтле буласаҡ? Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспиранты Сәлимә Усманованың мәҡәләһендә ошо һорауға яуап табырға мөмкин.
Илебеҙҙә булып үткән тарихи ваҡиғалар дөйөм башҡорт халҡы үҫешендә лә, башҡорт милли кейемендә лә үҙ эҙен ҡалдырған. Биләмәләрҙе административ бүлеү иһә башҡорт ырыуҙары араһындағы айырмаларҙы, шул иҫәптән кейем айырмалыҡтарын да бөтөнләй тиерлек емерә. Шуға ла этнографтар милли кейемде ырыу вәкилдәренеке тип түгел, ә район халҡының кейеме тип теркәй һәм өйрәнә башлай. Яйлап ҡулланылыштан сыға барған башҡорт халҡының милли кейем ансамбле музейҙарға күсә. Шул арҡала ғына улар, саф килеш һаҡланып, беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән, тиергә була. Башҡорт халҡының милли кейем ансамбленең һәр өлгөһө быуаттар буйы формалашҡан, уңайлаштырылған, һәр элементына тәрән мәғәнә һалынған.
Ошо йәһәттән милли кейем буйынса ғилми тикшеренеүҙәр дауам итә. Эҙләнеүҙәр Башҡортостан райондары буйлап экспедицияларға алып сығып китә. Төпкөл ауылдарҙа һандыҡ төптәренән ҡиммәтле ҡомартҡылар ғына түгел, хатта ғаилә фотолары ла килеп сыға. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа башҡорт милли кейеме һынланып ҡалған фотоларҙы өйрәнеү эше киң таралды. Этнографтар, фән эшмәкәрҙәре, музей хеҙмәткәрҙәре боронғо фотоларҙы үҙҙәренең фәнни эштәрендә иллюстрация формаһында йыш ҡуллана, реконструкция менән мауыҡҡан оҫталар иһә был тарихи сығанаҡтарҙы күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа, төплөрәк өйрәнергә тырыша. Бөгөн XIX быуат уртаһы – XX быуатта төшөрөлгән фотоһүрәттәргә өҫтөнлөк бирелә.
Боронғо гравюраларҙы өйрәнеп, “Любизар” тарихи-хәрби ойошмаһы Башҡортостанда иң тәүгеләрҙән булып ХIХ быуат башындағы хәрбиҙәр кейемен реконструкциялауҙы башлап ебәрҙе. Ойошма ағзалары – билдәле рәссам, иллюстратор Азат Ҡужин, Башҡортостандың халыҡ артисы Рафаэль Амантаев, ойошма етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов һәм башҡалар. Башҡа иҫтәлекле, тарихи ҡомартҡыларға бай фотоларҙы, реконструкция эштәрен дә күреп ҡыуанабыҙ.
Мәҫәлән, Санкт-Петербург ҡалаһындағы Рәсәй Этнография музейы фондтарында һаҡланған XIX быуат башындағы башҡорт милли кейем өлгөләре хәрби кейемдәр реконструкцияһынан һуң иң сағыуы һанала. Башҡорт милли кейемдәре тәүге тапҡыр 1867 йылда Мәскәүҙә урынлашҡан “Шереръ, Набгольц и Ко” фирмаһының фотолитографияһында баҫылып сыға. Хәҙерге милли кейем тегеү оҫталарын М. Букарҙың “Башҡорттар” исемле фотоһүрәте; XX быуат башында төшөрөлгән фотолар, М. Круковский, С. Прокудин-Горский, С. Руденко һәм башҡаларҙың фотоһүрәт коллекциялары ла илһамландыра.
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында замандаштарыбыҙ – билдәле этнограф, телсе, тарихсылар Светлана Шитова, Лидия Нагаева, София Авижанская, Наил Бикбулатовтар йыйған фото коллекциялары араһында ла онотолоп барған милли кейем өлгөләре бар. С. Шитованың уҙған быуаттың 60 – 80-се йылдарында Башҡортостан буйлап экспедициялары ваҡытында туплаған фотолары бар.
Әлеге көндә халыҡ араһында киң таралмаған, бер ҙә баҫылмаған фотоларҙы һайлап, уларҙы яңы каталог-альбомға индермәксебеҙ. Башҡорт милли кейеменә арналған каталогтың авторы – Артур Әлибәков, төҙөүсеһе – Сәлимә Усманова. Каталогты фәнни кимәлдә сығарыу өсөн тарихсы А. Ярмуллин, тарих фәндәре кандидаты Е. Нечвалода, тарих фәндәре докторы Ф. Ғәлиева, шулай уҡ аспиранттар саҡырылды.
Хәҙерге көндә гравюраларға, фотоларға ҡарап, боронғо башҡорттарҙың һәр ырыуына хас кейемен тергеҙеү өсөн күп эҙләнеүҙәр бара, ҙур эш башҡарыла. Фәнни конференциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, заманса конкурстар үтә, кейемде күрһәтеү, милли байрамдар ойошторола, матур баҫмалар сығарыла. Шулар араһында “Тамға” башҡорт милли кейемен тегеү оҫталарының халыҡ-ара конкурсы айырым урын алып тора. Конкурста финалға сыҡҡан ҡатнашыусыларҙың эштәре, йәғни реконструкция өлгөләре, әле әҙерләнгән каталогка индерелә. Өс йыл рәттән эшләп килгән конкурстың әһәмиәте бик ҙур, сөнки ул миллилегебеҙҙе һаҡлап ҡалыуға ла, уны заманға яраҡлаштырыуға ла булышлыҡ итә.
Йәш быуынды көслө рухлы итеп тәрбиәләүҙә милли кейем традицияларының роле баһалап бөткөһөҙ, ни өсөн тигәндә, милли кейем – ул халыҡтың эске донъяһының, булмышының сағылышы. Донъя күрергә йыйынған каталог-альбом оҫталар өсөн дә, милли кейемде өйрәнеүселәр өсөн дә ҙур ярҙам булыр һәм киң таралыр, тип ышанғы килә.
- Сәлимә УСМАНОВА

