Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
18 Ноябрь 2022, 05:54

Мин – һеҙҙеке, кешеләрем!

Шиғырҙары йырлап тора.

Ошо көндәрҙә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала шағирә, драматург, тәржемәсе Лилиә Ҡәйепова менән ижади осрашыу үтте. 60 йәшлек юбилейына ҡарата ойошторолған сараға әҙибәнең яҡындары, ҡәләмдәш дуҫтары һәм ижадын һөйөүселәр йыйылды. Лилиә Зәйнулла ҡыҙының тормош һәм ижад юлына эҙмә-эҙлекле күҙәтеү яһалды, үҙенә һорауҙар бирелде.

Эскерһеҙ, кешелекле, бала күңелле! Тап шулай итеп беләләр замандаштары шағирәне. Тәбиғәттән килгән һәләт менән атаһының музыкаға булған һөйөүе ҡушылып, йырлап торған шиғырҙар ижад итә. Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина ла, Лилиә Ҡәйепованың ижадына һөйөүен белдереп, уның шиғирҙарына яҙылған йырҙарын башҡарҙы.

“Ҡырҡ йылға яҡын ижадыма ниндәйҙер йомғаҡ яһау маҡсатында әҙәби осрашыуҙар үткәрәбеҙ. Элекке кеүек ҙур залдар йыйып булмай. Шуға күрә төрлө ерҙәрҙә, Баймаҡ ҡалаһында, М. Ғафуриҙың мемориаль йорт- музейында осрашыуҙар үтте”, – тип бүлеште әҙибә.

Киләсәктә драма әҫәрҙәрен китап итеп баҫтырырға йыйынған Лилиә Ҡәйеповаға яңы ижади үрҙәр теләйек.

“Мәжит  Ғафури – XXI быуат” мәҙәниәт фонды советы рәйесе Люциә Камаева:

– Лилиә Зәйнулла ҡыҙы күптән инде М. Ғафури исемендәге мәҙәниәт фонды советы ағзаһы. 20 йылға яҡын “Ғафуриҙы уҡыйбыҙ” конкурсын ойошторабыҙ. Унда 14 илдән ҡатнашалар. Лилиә Зәйнулла ҡыҙы шул конкурстарҙың жюри составында һәм ул “М. Ғафури әҫәрҙәре буйынса сценарий” номинацияһын тәҡдим итте. Мәжит Ға­фуриҙың әҫәрҙәрен хәҙерге башҡорт теленә тәржемәләне. Ошо хеҙмәттәре өсөн Лилиә Ҡәйеповаға Мәжит Ғафури исемендәге премия тапшырҙыҡ.

-   Рузилә ИҪӘНБАЕВА

Читайте нас