

Мәләүез ҡалаһында Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге китапханалабыҙ. Йыр ағыла.
Олатайҙар минең сәсән булған –
Йыр яҙғандар Урал ташына.
Ваҡыт саңын йыуған,
ел шымартҡан...
Һәр ҡайһыһы йөҙөк ҡашылай!
Мәләүез йырсыһы, Көнгәк тауы уҙаманы Фәнил Күзбәков шиғыры, Рәзилә Ҡотлогилдина музыкаһы. Башҡарыусыһы – Нәсимә Суҡбаева.
Әле йәмәғәт эшмәкәре, илһөйәр һәм телһөйәр яҙыусы Зөфәр Толомғужиндың 80 йәшен билдәләйбеҙ. Зөфәр ағай Бөрйән кешеһе булһа ла, Мәләүез ҡалаһында йәшәй һәм ижад итә. Ғәмәлдә ундай азаматтар күп икән: Сулпан Иманғолов, Тимер Ниәтшин, Мәрйәм Күсмәева ла ошонда һыйынған, уны үҙенең ғүмерлек төйәге иткән. Зөфәр ағай – шул уҡ Нөгөш буйы кешеһе: Белореттан башланған Нөгөш буйында, йәғни Үрге Нөгөш ауылында тыуған, гүйә, ул йылғаһы кеүек (Нөгөш Мәләүез янында Ағиҙелгә ҡоя) бында етеп туҡтаған. Мәләүездә ул саҡ көслө шахмат үҙәге була, ҡыҙы Гүзәлиә хаҡына ҡалаға күсенә, икенсе ҡат өйләнә, хәләле – Әҡлимә апай, улар, ниһайәт, 53 йәштә бәхетле ғаилә ҡора. Элекке урмансыға, яҙыусыға бында йәннәт.
Мәләүез ере – бәрәкәтле тупраҡ, йор сәсәндәр иле, Килмәк Нурышевтың тыуған тупрағы, Кинйәнең атаһы Арыҫландың ватаны. Булат Рафиҡовтың ауылы ла ошонда. Булат Рафиҡовса әйтһәң, батыр Ҡараһаҡал да – ошо тирәләрҙән... Арыҫлан ауылында яңы замандың һөйкөмлө әҙибе Динис Бүләков, түбәндәге шиғыр юлдары оҫтаһы шағир Фәнил Күзбәков тыуған:
Ҡан тамыры һымаҡ тартылалыр
Уға табан тилбер шишмәләр.
Йәнкәй-йәнеш, тип өҙгөләнеп,
Бер генә көй һуҙа – нишләргә?!
Эйе, олатайҙар беҙҙең сәсән булған, абыҙ Килмәк тә, ир батыры Кинйә Арыҫланов та, атаһы старшина Арыҫлан да илде ҡайғыртҡан, ил хәстәре менән йәшәгән. Ерҙең гүзәллеген маҡтағандар, “Нөгөш буйы малайҙары” тип яҙған шағир Ғәлим Дәүләди, ә шағир, эссе оҫтаһы Зәйни Рафиҡов һуң... Фәнил Күзбәков та – ошо заттар тоҡомонан, бөгөн ҡолас ташлап ижад итә: уның “Алҡынып аға һыуҙар” (1993), “Өмөт шәмдәлдәре” (1996), “Һағыш” (2002), “Йәшәйеш ҡанундары” (2007) шиғри йыйынтыҡтары баҫылды, уҡыусы күңеленә май булып яғылды. Шиғриәтендә бигерәк тә халҡыбыҙҙың ғәййәр үткәнен, нәгеҙ милли булмышын һынландырған уҡ, йәйә, ат дағаһы, йырсы ҡурай, ажар айғыр ише образдарға диҡҡәт итә, уларҙа ҡылыс сыңы, ат кешнәүе, көмөш өҙәңге өзләүе йыш ишетелә. Ярһыу егет атҡа атлана, дошманына үҙеме, уғымы етә; был ваҡытта инде ул һылыуын шәйләмәй, әммә уҡыусы барыбер Салауат батыр менән Кинйәнең күҙҙәрендәге утты шәйләгәндәй.
Сал ҡылғанлы Көнгәк битләүенән
Ил тип сапҡан Кинйә, Арыҫлан...
һәм үҙенә әйтә:
Нисә ҡабат күтәрелеп,
Бабам юлын ҡыуамдыр.
Тағы:
Бабам минең баш күтәргән,
Баш бирмәй батшаларға.
Ерем, тиеп, ут-һыу кискән
Аҫһалар ҙа, атһалар ҙа.
Фәнил Күзбәков шиғриәте илендә: “Сал далаңда ел риүәйәт һөйләй, эйәрләнгән аттар тибендә”. Ошо хаҡта белдергәндә “ҡурайынан берсә бал” тама, берсә ҡан тама”.
Ҡайҙа ул, кем ул шағир Фәнил Күзбәков тип һораһағыҙ, әйтербеҙ: “бына ул Фәнил, нәҡ үҙе”:
Башҡортомдоң яу ораны төҫлө
Ғорур
һинең исем,
Салауат!
Быуаттарҙы ялғап быуаттарға
Мең йыллыҡтар сыңлар аманат.
Ҡылыс ялтлап, уҡ һыҙғырамы ни –
Исемеңде һинең әйтһәләр;
Доғалыҡтай тылсым бармы әллә?! –
Юҡҡа сыға кәртә, йәтмәндәр.
Әйткәндәй, мин – авторҙың “Ҡаялағы ҡурай” (2016) китабының мөхәррире лә бит, шуға уның шиғырҙарын берәмләп барлайым.
Күҙ алдымда һаман: Зөфәр Толомғужиндың 2015 йылда сыҡҡан “Йәшәлмәгән ғүмер” йыйынтығын да мөхәррирләгәйнем. Уның “Йәнем рәхәте” романын донъяға сығарыштым.
...Зөфәр Толомғужиндың кисәһе дауам итә. Йырсылар, телмәр ҡойоусылар. “Аманат” инструменталь-фольклор төркөмө солисы Фәнил Яманаев сығыш яһай. Мәләүез районында тыуған әҙиптәр – Фәнил Күзбәковтың сәсән бабалары вариҫтары хаҡында уйым, “Ағиҙел” журналында бергә эшләгән башҡорт ырыуҙары хәрәкәте етәксеһе арҙаҡлы яҙыусы Булат Рафиҡов, заманында Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе вазифаһын тартҡан, бөтәбеҙ ҙә яратҡан, миңә еҙнә тейеш әҙип (Рәйлә апай Закирова алыҫ сыбыҡ осо туғаным да) Динис Бүләков хаҡында ла хәтерләп ултырам, ә йәнәшемдә – ошо башҡорт ырыуҙары хәрәкәтенең бөгөнгө етәксеһе, әүәлге “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге башлығы Риф Иҫәнов. Ул Зөфәр Толомғужиндың яҡын дуҫы. Әлбиттә, уның һөйләр һүҙе, иҫләр хәтирәләре етерлек. Хәтер барыбер үткәндәргә ҡайта. Әле 1992 йылда Мәләүез районына “Ағиҙел” журналы хәбәрсеһе булып килгәйнем. Ул саҡта Мәләүез ашламалар берекмәһе инженеры, билдәле йәмәғәтсе Сәйфулла Әмиров мине яҙыусы-сатирик Сулпан Иманғоловҡа алып барҙы. Липовка, Дарьино ауылдарына ла һуғылдыҡ, унда ер аҫтында атом бомбаһы шартлатыу эҙемтәләре хаҡында белештек, шаһиттар менән осраштыҡ; шул турала аҙаҡ “Шартлау” (Һылыуҡай бүре тураһында хикәйәт) яҙылды (журналда баҫылды).
...Фәнил Күзбәков та Нөгөш йылғаһы яғынан, әҙәбиәтебеҙгә Динис Бүләков, Ғәлим Дәүләдиҙәрҙе биргән тупраҡтан – ҡуйы урманлы тауҙар ҡуйынынан иркенгә сыҡҡан ерҙә, текә яр башына урынлашҡан Әбет ауылынан. Ишле, һигеҙ балалы ғаиләлә үҫә. Бишенсе кластан алты саҡрымдағы Боһорман ауылы мәктәбенә юллана. “Китап ене” ҡағылған егет башта флотта хеҙмәт итә, диңгеҙҙәрҙе айҡай диңгеҙһеҙ ерҙә буй еткергән зат, аҙаҡ университеттарҙа уҡыу, Екатеринбург, Санкт-Петербург тарафтарын байҡау...
Академик Ғайса Хөсәйенов: “Диңгеҙҙәй киң һулышлы был ижад, – тип билдәләй. – “Сәсәнлек”, “Шиғриәт”, “Ижад”, “Шиғыр яҙып”, “Шағир” әҫәрҙәре ижад донъяһының балҡышлы мәлдәрен барлай, алғышлы саҡтарын абайлай, ғазаплы яҡтарын иғтибарлай”.
Фәнил Күзбәков – үҙе әҙәбиәтсе, үҙе әҙәбиәт тураһындағы фекерҙәре менән даими уртаҡлашып барған белгес – филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры. Был да уның шиғриәтенә, шәхестең асылына үҙ тамғаһын һалалыр, уны принципиаль, ҡайһы ваҡыт Белинскийҙарса үтә сая ла, артыҡ үткер ҙә бер инсан итәлер. Килешмәүсән, үҙенән, һүҙенән сигенмәүсән ир-егет ул беҙҙең Фәнил, шуға күрә шиғриәте саҡырыуға, оранға тарта, ул – ил улы – үҙенә халҡы исеменән саҡырыу ташларға, үҙенекеләргә лә, яттарға ла аяуһыҙ һүҙ әйтергә хоҡуҡлы һанай.
Быуаттар ҙа хатта ҡағылмаған –
Кешеләр! – тим, – зинһар, аяғыҙ!
Ағиҙелһеҙ ниндәй Башҡортостан,
Кем ул башҡорт –
мәғрур ҡаяһыҙ?!
Шул күҙлектән ҡарағанда, ҡәләмдәше Зөфәр Толомғужин ижады, уның эшмәкәрлеге фәһемле. Зөфәр Толомғужин, иң элек әүҙем йәмәғәтсе булараҡ, ғүмере баҡый халҡы араһында, ауыл, ҡалалар буйлап йөрөй. Шәжәрәләр йыя, кешеләрҙе һайлауға өгөтләй, теге йәки был юлға саҡыра, туған халҡы мәнфәғәттәре өсөн йәнен фиҙа ҡыла. Тормошо ысын мәғәнәһендә – көрәш (ул “Урал” халыҡ үҙәге рәйесенең көньяҡтағы урынбаҫары). Ҡәләме – ҡулында, һүҙе – телендә. Ҡәләме менән хәҙерге көндә ул – хикәйәләр, повестар һәм “Йәшәлмәгән ғүмер” (2015) йыйынтығы авторы, арҙаҡлы прозаик. “Йәнем рәхәте” тигән роман башҡорт эшҡыуарҙарына арнала. Һуңғы осорҙа был темаға беҙҙә бер нисә әҫәр яҙылды: Флүр Ғәлимов “Яңы башҡорт”, Таңсулпан Ғарипова “Бөйрәкәй”, Ринат Камал “Һөйкөмлө һөйәк”... Шулар араһында Зөфәр Толомғужиндың Нөгөш буйында яңы ауылдар тергеҙеүсе Әхмәт Рыҫбаевы айырылып тора. Рыҫбаев образы күҙ алдымда ғына; ул хәрәкәт итә, гүйә, уҡыусы уның артынан эйәрә – ул да герой артынан район башҡармаһына инә, һалым ойошмаһына бара, ауыл аҡһаҡалдары менән һөйләшә... Бына тигән образ, һынмаҫ характер. Һәм прозабыҙҙа ошо образды тыуҙыра алған шәхес – Зөфәр Толомғужин бөгөн беҙҙең – уҡыусыларының алдында, гүйә ижады, бөтөн тормошо менән иҫәп-хисап тота. 80 йәшлек ғүмер үре, ижадта һәм тынғыһыҙ хеҙмәттә, йәмәғәт өсөн көрәштә үткән юл.
- Ринат КАМАЛ