Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
18 Ноябрь 2022, 05:50

Шағир ҡатыны

Рәми ижадына ғүмеренең ахырынаса тоғро ҡалды.

Ошо көндәрҙә  Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ҡатыны Надежда Васильевнаның тыуыуына 89 йыл тулды. Ошо айҡанлы күңел түремдә һаҡланған хәтирәләремде уртаҡлашырға булдым.

Уҙған быуаттың 90-сы йылдары башы. Беҙ Башҡорт дәүләт университетының “Журналистика” бүлегендә уҡып йөрөйбөҙ. Курс эштәре, артабан диплом яҙырға кәрәк. Ижад менән тығыҙ бәйле төркөмдә белем алғас, мәҙәни, әҙәби офоҡтар асылғандан-асыла барҙы. Тәүге курс эшем Али Карнайҙың ижа­дына бәйле булды: ул Дәүләкән райо­нында тракторсы булып эшләп киткән, “Далалағы уттар” әҫәрен яҙған. Мин бала саҡта Дәүләкән ҡала нәшриәтендә был факт­ты раҫлаған иҫтәлекле таҡтаташ та тора ине. Али Карнайҙың ижады менән ҡыҙыҡ­һынып, Мишкә районының Оло Шаҙы, Ҡыйға­ҙытамаҡ ауылдарына барып сыҡтым. Был сәфәрҙәрҙең бәрәкәте, ҡото – әле булһа минең менән.

Мәктәп йылдарында “Йәшлек” гәзитендә Рәми Ғариповтың көндәлектәре баҫыла башланы. Шул тиклем яҡты һәм илһамлы яҙма­ларҙың минең үҫмер аңыма тәьҫире бик ҙур булды. Журналистика йүнәлешендә уҡыһам да, тап ошо мәшһүр шағирҙың ижады хаҡында яҙғым килеүен, күңел донъяһы тураһында һүҙем барлығын тойҙом. Уй-кисерештәремде уҡытыусым, шағир Венер Йәнбәковҡа әйттем. Тик эш шунда: журналистика буйынса уҡығас, курс, диплом эше ошо өлкәгә ҡағылышлы булырға тейеш. “Һис ҡаршылыҡ күрмәйем. Рәми ағай – “Баш­ҡортостан ҡыҙы” журналын ойошто­роусыларҙың береһе, “Башҡортостан” гәзи­тендә лә эшләне. Һиңә өйрәнергә материал етерлек!” – тине Венер ағай.

Тап ул мине Надежда Васильевна менән таныштырҙы. Халыҡ шағирының Зорге урамындағы төрлө сығыштарҙа, мәҡәләләрҙә йыш телгә алынған фатирына барҙыҡ. Бында үҙе бер ижади мөхит икән! Рәми ағайҙың өҫтәле, ҡулъяҙмалары, китапханаһы... Былар барыһы ла, әлбиттә, яңы ижади һәм фәнни эшемә йоғонто яһамай ҡалманы. Етмәһә, Надежда Васильевнаға ла эстән генә тәрән һоҡланыу менән ҡарай инем. 1990 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса респуб­лика олимпиадаһы барышында Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уның менән осрашыу ойошторғайнылар. Шунда ул, шағирҙың шиғырҙарын башҡортса һөйләп, “Бар ғүмерем минең һине эҙләү” тигән йырын башҡарып, барлыҡ тамашасыны илатҡайны. Әле булһа шул тетрәндергес ауаз ҡолаҡта сыңлай. Ул тауышта тәрән һөйөү ҙә, аңлатып бөткөһөҙ һағыш та, йән әрнеткес һыҙланыу ҙа бар ине.

Венер ағай һүҙендә торҙо һәм мин, даими рәүештә барып йөрөп, Рәми ағайҙың ҡулъяҙмалары менән эшләү бәхетенә өлгәштем. Шул бүлмәләге илаһи мөхит иҫкә төшһә, әле булһа тәндәрем земберләп китә. Надежда Васильевна миңә, ябай студентҡа, уның ҡулъяҙмаларын тоттороп, иркенләп эшләү өсөн шарттар тыуҙырҙы.

Рәми Ғарипов журналистикаһы – ул ифрат үҙенсәлекле донъя. Шағир ҡәләменең һуты мәҡәләләргә лә тамған. Бөрйәнгә сәйәхәт, Туймазы тегеү фабрикаһы ҡыҙҙары тураһындағы мәҡәлә, Салауат районында йәшәгән һауынсы Марс Сиражев хаҡында очерк – барыһы ла уның ижад лабораторияһы емештәре. Шағир үҙенең геройҙарын шул тиклем ихлас ярата һәм уҡыусынан да уларҙы яраттыра белә. Ул геройҙар, әйтерһең, ябай кешеләр түгел, ә Мәңгелектең үҙен төҙөүселәр!

Шағир Рәми Ғарипов үҙе иҫән сағында ете китабын сығарыуға өлгәшә, әммә уның бик күп ижад емештәре ҡулъяҙма көйөнсә өйөндә һаҡлана. Уларҙың һаҡсыһы, тоғро фәрештәһе – Надежда Васильевна. Рәми ағайҙың көндәлектәре, тәржемәләре, хаттары үҙе вафатынан һуң донъя күрҙе. Ҙур ижади багаждың һаҡланып ҡалыуында Надежда Васильевнаның роле бик ҙур! Хәтеремдә: ул һәр ҡулъяҙманы, хатта бер үк шиғырҙың бер нисә вариантын таҫлап һалып ҡуйып һаҡлай ине. Рәми ағайҙың яҙмалары береһе лә юғалмаған, тиергә була. Уның хәләл ефете шағир иренең асылына, ижадына ғүмеренең ахырынаса тоғро ҡалды. “Шағир ҡатыны” тип аталған был шиғырым уның яҡты иҫтәлегенә арнала:

 

Шағир ҡатындары төрлө була –

Йондоҙ табышҡаны сөм күктән.

Гүйә, улар тәүге көнөнән үк

Бер үк йәнде бүлеп йөрөткән.

 

Төрлө була шағир ҡатындары –

Шиғырҙарҙы утҡа яҡҡаны.

Нескә тойғоларҙың нур ебенән

Ишеүсе бар арбаҙ арҡанын.

 

Шағир ҡатындары төрлө була –

Йөрәгенән усаҡ яҡҡаны.

Шағир ғүмерҙәре өҙөлһә лә,

Гүйә, дауамы ул – ал ҡаны.

 

Төрлө була шағир ҡатындары –

Шиғырҙарҙан байлыҡ көткәне.

Әйтерһең дә, шағирҙарҙың йәне

Алтын-көмөштәрҙең тирмәне.

 

Шағир ҡатындары төрлө була...

Уның кеүек Һин дә берҙән-бер!

Башҡа диндән,

Башҡа халыҡтан һин –

Башҡортлоғоң ләкин сихри сер!

 

Тоғролоҡтоң баһалары башҡа,

Күктән төшә уға хаҡ әмер.

Йондоҙлоғоң – Шағир йондоҙлоғо!

Ә йондоҙоң Һинең – тик Рәми!

- Лариса АБДУЛЛИНА

Надяға.

 

Ауыр булыр һиңә минең менән

Уртаҡ яҙмыш бүлеп йәшәүе, —

Юлымда бар тау-таш, боролмалар,

Күк күкрәүе, йәшен йәшнәүе...

 

Ауыр булыр һиңә минең менән,

Зарланырһың бөтмәҫ эшемдән.

Яратмай тип, бәлки, шикләнерһең

Ғүмергә дуҫ, яҡын кешеңдән.

 

Ауыр булыр һиңә минең менән...

Тик булмаҫ һис һиңә күңелһеҙ:

Һинең менән мин сабый ҙа булам,

Һәм таба ла беләм көлкө һүҙ...

* * *

Бәхет – һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ,

Килеп инә табын таралғас!..

Тик көтәһең, көтөп арығас та,

Бәхет өсөн генә яралғас.

 

Көтә белгәндәргә һуң түгел дә,

Йәшлек кенә көтөп тормай шул.

Юҡ шул уның туҡтар туҡталҡаһы

Йә үткәнгә юлын бормай шул.

 

Ҡала миңә бары йылдар буйы

Йырҙар менән күңел йыуатыу.

Бар ғүмерем минең – һине эҙләү,

Бар ғүмерем – һине юғалтыу...

 

* * *

Мин дә булмам бер көн, дуҫҡайҙарым,

Йәнем китер осоп күктәргә.

Һеҙгә бары йырым ғына ҡалыр,

Серем ҡалыр, бәлки, күптәргә.

Мин ер инем, ергә баҫҡан саҡта,

Мин күк инем, күккә баҡҡанда,

Мин ут инем, дөрләп ут янғанда,

Мин һыу инем, йор һыу аҡҡанда.

Мин үткән дә, киләсәк тә булдым,

Бөгөнгө лә — булдым бөтәһе!

Тик бөтәһен нисек ҡалдырырға,

Бөтәһенән нисек китәһе!..

 

* * *

Иң бөйөк һүҙ әйтелмәгән,

Иң бөйөк көн әле ул алда.

Килер ул көн, килер иң ҙур байрам,

Туй яһарбыҙ шаулап урамда.

Ул туйға мин, бәлки, барып етмәм,

Ярһыу атым янып йығылыр.

Тик минһеҙ ҙә тулы булыр ул туй,

Мин белмәгән дуҫтар йыйылыр.

Һөйләшһәләр әгәр туған телдә,

Телгә алыр улар мине лә.

Сөнки мин киләсәк менән бергә

Һаҡлап саптым, телем, һине лә.

 

Ғүмер

(Йыр)

 

Ер еләккәйҙәре беште инде,

Өҙөлөп тә төшмәҫ, тимәгеҙ, —

Ир-егеткәйҙәрҙең йәше үтһә,

Бегөлөп тә төшмәҫ, тимәгеҙ.

Япраҡтарҙы һары алды инде,

Ел шаулатып, түкмәҫ, тимәгеҙ, —

Ут-йәшендәй йәшлек ғүмерҙәрҙе

Йәшнәп-күкрәп үтмәҫ, тимәгеҙ.

Бурай-бурай ҡарҙар яуҙы инде,

Аҡ япмалай ятмаҫ, тимәгеҙ, —

Ғәзиз йәне сыҡҡан тәнең-һының

Таяҡ булып ҡатмаҫ, тимәгеҙ.

Ҡар һыуҙары шаулап аҡты инде,

Гөл-сәскәләр атмаҫ, тимәгеҙ, —

Бишектәге бала, биш төрләнеп,

Ат атланып сапмаҫ, тимәгеҙ!

Рәми ҒАРИПОВ

Читайте нас