Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
19 Ноябрь 2022, 11:05

Сәскәләр уяныр саҡ

Благовар районы үҙәге Языково ауылында Рим Хәсәновтың йырҙарын башҡарыусыларҙың “Сәскәләр уяныр” конкурсы булып үтте.

Сәскәләр уяныр саҡСәскәләр уяныр саҡ
Сәскәләр уяныр саҡ

Благовар районы үҙәге Языково ауылында Рим Хәсәновтың йырҙарын башҡарыусыларҙың “Сәскәләр уяныр” конкурсы булып үтте.

Был сара районда ошо төбәктә тыуып үҫкән билдәле башҡорт композиторы Рим Хәсәновтың йыр ижадын һаҡлап ҡалыу һәм популярлаштырыу маҡсатында 2015 йылдан бирле ойошторола. Конкурсты ойоштороусылар – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡ ижады үҙәге һәм Благовар район хакимиәте.

Быйыл конкурста ҡатнашырға республиканың 5 ҡалаһынан һәм 26 районынан ғариза килгәйне, сараға 250 самаһы кеше йыйылды.

“Благовар районы һәр саҡ минең йөрәгемдә.  Миңә ҡалһа, бындағы Ҡармасан йылғаһындағы һыу ҙа изге кеүек, районда тыуып үҫкән кешеләр һәр саҡ һәләтле”, – тине Рим Мәхмүт улы.

Благоварҙар яҡташтарын йылы ҡаршы алды, уны 75 йәше менән ҡайнар ҡотланылар. Гран-приға Өфөнән “Сулпан” халыҡ вокаль ансамбле лайыҡ булды.

Фото: Благовар район хакимиәте  сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас