Ә яңғыҙ йәшәгән Сәриә һеңлеһе апайын көтөп ала алмай бер була. Мыжығыраҡ булһа ла, бергә-бергә инде. Һөйләшер кешеһе бар, иптәш тә. Унан бигерәк бер туғандар бит улар! Туған тигәндән, күршелә генә Сәриәнең ике-өс туғандары, бер туған ағаһының улы Талип та ғаиләһе менән йәшәп ята. Һуғышта һалҡын алдырып ҡайтҡан Сәриәнең үҙенең балалары булмағас, улар инәйгә ярҙам итә. Аҡтан айырмай, иттән дә өлөш сығара, өй тирәһендәге эш тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
...Быйыл Зәйнәб әбей ауыл, йәшеллек менән бергә әсе ҡатыҡты ла һағынып ҡайтҡайны. Ай буйына ошо ризыҡты тәмләгеһе килеп тик торҙо. Магазин кәштәләре тулып ята ла бит, тик ауылса түгел шул. Ә баҙар тирәһенән алырға сирҡана ине. Шуға, ҡайтып, арлы-бирле иткәс тә һеңлеһенән: “Әсе ҡатығың юҡмы?”, - тип һорай һалды. Юҡ икән. Әммә һауыт-һаба йыуып торған Сәриә апайына табаҡ тотторҙо ла Талиптарға инеп һорарға ҡушты.
Туған булһалар ҙа, ҡаланан ҡайтҡанда түгел, ауылда йәшәгәндә лә йүнләп аралашып бармаған ҡустыһының йорто яғына табан атлап китте ҡунаҡ. Талип өйҙә үҙе генә икән. Ҡатыны магазинға киткән, балалар күптән ҡалала йәшәп ята.
Килеп ингән апайына тиҙ генә сәй ултырта һалды хужа. Табында нимә генә юҡ ине: бал да, май ҙа, ҡаймаҡ та, ауыл мейесендә бешерелгән икмәк тә... Тик Зәйнәбтең ҡатыҡ эскеһе килә ине шул. “Әппәр” итеү менән ҡунаҡ төп йомошона күсә һалды. “Эй, апай, ҡатыҡтан күп нәмә юҡ!” - тип йылмайып төп бүлмәгә инеп тә китте Талип. Табаҡ тотоп килеп сыҡҡанда йәнә шул һүҙен ҡабатланы һәм: “Һуғыш ваҡытымы ни, ризыҡ мул!” – тип өҫтәп ҡуйҙы. Юҡ, юрый әйтмәне ул, үҙенән-үҙе шулай килеп сыҡты. Бәлки, йылдар буйы йөрөгән күңел яраһы бүҫеп сыҡҡандыр.
...Эйе, ул саҡта нәҡ ауыр һуғыш йылдары ине. Тол ҡалған Ғәлиә береһенән-береһе бәләкәй биш малайына нимә ашатырға белмәй аптырай. Йәйен үлән бар ҙа бит, тик бына иртә яҙын бигерәк ауыр. Нисек кенә булмаһын, балалар тураһында ғына уйланмай шул Ғәлиә, колхоз эшенән бушай алмай. Шул эш тип йөрөп, һыйырынан, тимәк, аҡтан да ҡалды.
Ә бер көн төпсөк Талип иртән торғас, асығыуҙан эсе “олой” башлағас, күршеһендә торған Зәйнәб инәйҙәренә табаҡ күтәреп йүгерҙе. Бәлки, уҫал инәйҙәренә инеүҙән малайҙы береһе тыйыр ҙа ине, тик әсәй кеше – эштә, ағалары ҡайҙалыр китеп олаҡҡан ине. Бәхетенә Зәйнәб инәйе өйҙә булып сыҡты. Үҙенең әсәһе эштә булһа ла, инәйенең ни өсөн өйҙә икәненә сабый төшөнөп тә бөтмәне, әммә быға ул ҡыуанып ҡуйҙы. Туғандар бит улар, ситләтмәҫ тип уйланы ололарса кескәй бала һәм табаҡтың төбөнә генә әсе ҡатыҡ һалып биреүен һораны. Әммә уҫал инәйе: “Ағай үлгән, арба ватылған”, - тип кире бороп сығарҙы. Түгелеп илаған малайға буш табағын тотоп ҡайтып китеүҙән сара ҡалманы.
...Зәйнәб әбей менән Талиптың күҙ ҡараштары бер мәлгә генә осрашты. Шул саҡ икеһе лә теге ваҡыттағы әсе ҡатыҡты иҫкә төшөрҙө һәм ҡунаҡтың ҡулдары ҡалтырай башлап, табаҡ иҙәнгә төшөп китте. Әсе ҡатыҡ иҙән ярыҡтарына йүгереп инеп юғалырға ашыҡманы, ә теге ваҡиғаны онота алмағандай ҡуйырып ята бирҙе.
Бер аҙҙан иҙән һөртөлдө, Талип табаҡҡа йәнә әсе ҡатыҡ тултырып һалып, ҡунағын Сәриә инәйҙәренә табан оҙата китте. Туғандар бит улар!..
Фото: Яндекс