

Мәскәүҙә “Татар йыры” фестивале уҙған. Унда яҡташ йырсыларыбыҙ Филүс Ҡаһиров менән Артур Хәсәнов йәнә бергә сығыш яһаған.
Ноябрь башында Филүстең Ҡазандағы концертына Пензала хәрби йыйында ятҡан яңы “йондоҙ”ҙоң килеүе көтөлмәгән хәл булғайны. Был юлы ла яҡташыбыҙҙың сығышы сер итеп тотолған, тамашасы уның йырларын алдан белмәгән.
Әле Артур Хәсәнов Ҡазан аша ҡабат Пензаға юл тотҡан. Әлегә уның махсус хәрби операцияға ҡасан китере билдәле түгел. Ни булһа ла, имен юлдар теләйбеҙ уға!
Фото һәм сығанаҡ: http://shahrikazan.ru/news/shou-biznes/artur-khsnov-tagyn-yrlady-yan-fils-kairov-beln