Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
21 Ноябрь 2022, 18:00

Рим Хәсәнов исемендәге конкурста ҡатнашығыҙ

Ғариза тапшырыу ваҡыты һәм башҡа шарттар, ҡағиҙәләр тураһында - яҙмала.

Рим Хәсәнов исемендәге конкурста ҡатнашығыҙРим Хәсәнов исемендәге конкурста ҡатнашығыҙ
Рим Хәсәнов исемендәге конкурста ҡатнашығыҙ

Быйыл 75 йәшлек юбилейын билдәләгән арҙаҡлы композиторыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы, атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рим Хәсәнов исемендәге призға “Ҡышҡы романс” актер йыры конкурсы иғлан ителә.

Был хаҡта ойоштороусы – "Башҡортостан” дәүләт концерт залынан хәбәр итәләр. Конкурс республиканың Мәҙәниәт министрлығы булышлығында ойошторола. Ҡатнашыусыларға йәш яғынан сикләү юҡ.

Конкурста үҙен һынарға теләгәндәр композиторҙың спектаклгә яҙылған йырын башҡарып, видеояҙманы 1 декабргә ҡәҙәр ойоштороу комитетына ебәрергә тейеш: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 50, “Башҡортостан” дәүләт концерт залы. Электрон адрес: 2723700@bk.ru. Яҙма менән ҡуша ҡатнашыусының анкета-ғаризаһы, шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡ та ебәрелеүе шарт.

5 декабрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залының бәләкәй залында йыйылып, баһалама ағзалары финалға үтәсәк 20 ҡатнашыусыны билдәләй. Еңеүселәрҙең исемдәре инде 12 декабрҙә, сараның “Башҡортостан”дәүләт концерт залындағы йомғаҡлау өлөшөндә аталасаҡ, шунда уҡ бүләкләү тантанаһы була.

Конкурстың тулы положениеһы менән “Башҡортостан” дәүләт концерт залының сайтында (gkzbashkortostan.ru) танышырға мөмкин.

Фото: gkzbashkortostan.ru, vk.com/club44571706

Рим Хәсәнов исемендәге конкурста ҡатнашығыҙ
Рим Хәсәнов исемендәге конкурста ҡатнашығыҙ
Рим Хәсәнов исемендәге конкурста ҡатнашығыҙ
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас