Башҡортостандың баш ҡалаһында "Үҙәктә тирмә" тип аталған яңы туристик локация асылды. Ул Достоевский урамы, 78 адресы буйынса Ленин йорт-музейы ихатаһында урынлашҡан. Был аутентик кейеҙ тирмә, бер үк ваҡытта 10-15 кешене һыйҙыра ала.
Экскурсоводтар ҡунаҡтарға йорт-музейға, шулай уҡ тирмәнең үҙенә барырға, унда башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, боронғо көнкүреше менән танышырға, һаҡлағыстарҙың серҙәрен белергә тәҡдим итә.
Иҫтәлекле урынға шаршамбы, йома, йәкшәмбе көндәрендә алдан яҙылыу буйынса килергә мөмкин. Телефоны: +79377801650. Экскурсиялар 10.00, 12.00, 14.00 сәғәттәрҙә башлана. Шулай уҡ 18 декабрҙән локация биләмәһендә Ҡыштың башҡорт хужаһы – Аҡтун бабай үҙенең резиденцияһын аса.
Фото һәм яҙма "Город Уфа" төркөмөнән.