Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
22 Ноябрь 2022, 22:30

“Ап-аҡ ҡарҙар” көтөлә

Башҡорт ҡыҙы дауаханаға эләгеп...

“Ап-аҡ ҡарҙар” көтөлә
“Ап-аҡ ҡарҙар” көтөлә

25 ноябрҙә Өфөләге "Родина" кинотеатрында режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтованың "Ап-аҡ ҡарҙар" фильмы күрһәтеләсәк.

Һунарсылыҡ хужалығында йәшәгән бәләкәй башҡорт ҡыҙының дауаханаға эләгеү һәм унда балалар йортонда тәрбиәләнгән рус ҡыҙы менән танышыу тарихы бәйән ителә. Фильмдың режиссеры - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Кинематографистар союзы ағзаһы, Кинорежиссерҙар гильдияһы ағзаһы, "ТЭФИ-төбәк" милли телевизион премияһы лауреаты Вилүрә Иҫәндәүләтова.

– "Ап-аҡ ҡарҙар" уйын фильмы жанрында тәүге аҙымым булып тора. Быға тиклем документаль кинолар эшләнем. Фильмографиямда 20-нән ашыу фильм иҫәпләнә, күптәре төрлө абруйлы халыҡ-ара кинофестивалдә ҡатнашып, призлы урындар яуланы. Төп ролдәрҙе Камилә Кәбирова менән Кира Богодухова башҡара. Фильмды Әмир Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһы төшөрҙө, - ти Вилүрә Әҙеһәм ҡыҙы. 

Фильм киске сәғәт 7-лә башлана, йыйылыу ваҡыты 6-ға билдәләнгән.

Фото: "Башҡортостан" киностудияһы.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: