

Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районы Һарыҡташ ҡасабаһының район ял үҙәгендә "Халыҡҡа спорт" ярыштары фестивале үтте.
Һарыҡташ районының Һунарсы ауылында тыуып үҫкән Линиза Вил ҡыҙы Солтанғужина 2022 йылда Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы сиктәрендә йәштәр эштәре буйынса Федераль агентлыҡтан ярҙам алған.
Сара башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә милли мәктәптәрҙе үҫтереүгә, йолаларҙы һаҡлауға, халыҡ уйындарын, биҙәү-ҡулланма сәнғәтен һәм халыҡ кәсептәрен популярлаштырыуға йүнәлтелгән.
Һарыҡташ районының ял үҙәге фойеһында Һунарсы, Яңы Ғәфәр, Ҡабан, Никитин Һәм Ҡолсом мәктәптәренән 60-тан ашыу бала, улар менән бергә ата-әсәләрҙән, уҡытыусыларҙан ярҙам төркөмдәре ҡатнашҡан.
Фестиваль башҡорт милли кейеме элементтарын әҙерләү, уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәренән башланған.
"Селтәр" башҡорт халыҡ костюмы студияһы етәксеһе Фатима Хәйретдинова сарала ҡатнашыусыларға милли кейем үҙенсәлектәре хаҡында һөйләгән, Әлфиә Әхтәриева менән бергә тамбурлы сигеү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәргән, түш биҙәүестәре һәм башҡа ҡатын-ҡыҙҙар кейеме хаҡында таныштырғандар.
Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, бейеүсе, хореограф, режиссер, ҡурайсы, ҡумыҙсы, йырсы (өзләү) Рәйес Низаметдинов уҡ менән эш итергә өйрәткән. Һуңғы бер нисә йылда был шөғөлдө "Мәргән уҡсы" клубын ойоштороусы Юлай Ғәлиуллин менән бергә тергеҙәләр.
Фестиваль барышында балалар милли аш-һыу менән танышты, уларҙың һәр береһен тәмләп ҡараны.
Спорт өсөн дә ваҡыт табылды. Мәктәп уҡыусыларының өлкән туғандары менән уйнаған уйындары барыһына ла оҡшаны. Ике сәғәт буйына улар "Бөркөт", "Сапсан" һәм "Арыҫлан" командалары составында ярышты. "Атта сабыш" (ағастан һәм таяҡта), "Тирмә", "Энә менән еп" уйындары бик күңелле үтте.
Фестивалдең концерт программаһын Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марсель Ҡотоев, ҡурайсы, Халыҡ-ара конкурстар лауреаты Айгиз Хашимов һәм "Аманат" халыҡ бейеүҙәре ансамбле биҙәне.
Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге сараны ойоштороуҙа, тирмә биреүҙә ярҙам күрһәтте.
"Ырымбур башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге" төркөмө яҙмаһы һәм фотолары.