

23 ноябрҙә Республика халыҡ ижады үҙәгенең мәҙәниәт йортонда «Статус» инклюзив халыҡ художество театры «Бәхетле билмән» спектаклен күрһәтәсәк.
Комедияла паралимпиясы, күп тапҡыр Рәсәй, донъя һәм Европа чемпионы Марат Йосопов (инвалидлығы булған актер), Ангелина Батрукова, Екатерина Сергеева, Глюся Пашковская һәм Руслан Ибраһимов (инвалидлығы булған актер) ҡатнаша. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры - Гүзәл Дәүләтова.
Сюжет буйынса, үҙ финанс проблемаларын хәл итеү өсөн, Лола Аркадьевна Австралия миллиардеры Джон Блейкҡа үҙенең ҡыҙы Любаны яусылай, ул бер нисек тә матурлыҡтың дөйөм ҡабул ителгән стандарттарына тап килмәй. Әммә эшкә ҡаланан ситтә йәшәгән модель ҡиәфәтле инәй ҡыҫыла...
Билеттарҙы алғанда «Пушкин картаһы»эшләй.
12+
"Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» төркөмө яҙмаһы һәм фотоһы vk.com/kulturarb