Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
22 Ноябрь 2022, 10:00

Китаптарға саң ҡунмай

Олоһо ла, кесеһе лә уҡый.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Буранғол ауыл китапханаһы ла мәҙәни-ял үҙәге бинаһының бер яғында урынлашҡан. Китапхана мөдире Миңзәлә Хәйруллина менән беҙҙе китапханасы Айгөл Баязитова ихлас ҡаршы алды.

1991 йылда айырым бинала урынлашҡан ауыл китапханаһында янғын сыға. Ул клубтың бер бүлмәһенә күсерелә. Китаптарҙың күбеһе кешеләр тарафынан янғындан һуң бүләк ителгән. Китап фонды бөтәһе 8965 дана тәшкил итә. Ваҡытлы матбуғат та күренә, әммә улар араһында республика баҫмалары юҡ, шул иҫәптән “Башҡортостан” гәзитен дә алдырмайҙар.

Китапханала яңы сыҡҡан китаптар, иҫтәлекле ваҡиғаларға арналған күргәҙмәләр, “Буранғолдоң илһам шишмәләре” тип аталған стенд һәм башҡа мәғлүмәттәрҙе күрергә була.

“Китапханаға халыҡ йөрөмәй, тип әйтә алмайым. Күберәк оло быуын, уҡыусылар килә. Китап һораусыларҙың өйҙәренә лә алып барабыҙ. Ошонда уҡ төрлө әҙәби кисәләр, яҙыусылар менән осрашыуҙар үтә”, – ти Миңзәлә Әдип ҡыҙы.

Китапхананың мәҙәни ял үҙәге менән бер бинала урынлашыуы ла бик уңайлы. Күп сараларҙы берлектә үткәрәләр, шулай уҡ мәктәп менән дә әүҙем эш алып баралар.

Ауылдың иң күп китап уҡыусыларынан 85 йәшлек Клара Сәлмәнова, Әхмәт Моратов, уҡыусылар араһында Зөлфиә Аҡмырҙина, Айбикә Ямалова һәм Фәрзәнә Дәүләтшинаны билдәләргә мөмкин.

Кәримә УСМАНОВА

Читайте нас