

Был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә үҙебеҙ ҙә инандыҡ. Ауыл хакимиәте биләмәһенең эш бүлмәһе мәҙәниәт йорто менән бер бинала булғанлыҡтан, сәхнәлә дәртле йыр-моң тауыштарын, бейеүселәрҙең тыпырҙатыуын ишеткәс тә, улар менән танышырға ашыҡтыҡ.
Ауылдың мәҙәни ял үҙәге директоры Миләүшә Сәлмәнова етәкселегендәге коллектив концертҡа әҙерләнә ине. Сәхнәлә “Осҡон”дарҙың табандарынан осҡон сығарғанын бер килке ҡарап торҙоҡ. Уҡыусы ғына булһалар ҙа, ҡойоп ҡуйған артистар тиерһең! Шул тиклем оҫта һәм дәртле бейейҙәр, буранғолдарҙың талантына йәнә бер инандыҡ. Улай ғына түгел, йәш быуындың йыр-бейеүгә маһирлығы йөҙҙәрендә, күңел торошонда ла сағыла.
– Беҙҙең мәҙәни ял үҙәге филиалдарына Һәйетҡол, Мәйгәште, Ишкилде һәм Исхаҡ ауыл клубтары инә. Коллективта һигеҙ кеше эшләй. Төп бурыс – ауыл халҡының, йәғни төрлө ҡатлам кешеләренең, йәштәрҙең, балаларҙың, ғаиләләрҙең ялын әүҙем, файҙалы итеп ойоштороу, уларҙың мәҙәни кимәлен күтәреү, таланттарын асыу. Тап ошо маҡсаттан сығып, беҙҙә төрлө йүнәлешле ансамблдәр уңышлы эшләп килә. Үҙем етәкселек иткән “Осҡон” бейеү һәм “Йәнгүзәл” фольклор, “Һандуғас” вокаль (етәксеһе – Миңзәлә Хәйруллина), “Дуҫлыҡ” бейеү (Айгөл Фәттәхова), “Ҡараташ” ир-егет гармунсылар (Ғәдинан Усманов) һәм “Аҡйондоҙ” вокаль ансамблдәрендә (Гөлйөҙөм Вәлиева) шөғөлләнгән ауыл таланттары һәр саҡ мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнай, күңел моңдарын, дәртле бейеүҙәрен тамашасыларға өләшә, – ти Миләүшә Йәмил ҡыҙы.
Әйткәндәй, тап ошо төбәктән республикала тәүгеләрҙән булып “Аҡ кейеҙгә баҫһам” йолаһы, “Айыҡ ауыл” конкурсы башланған. Юҡҡамы ни айыҡ йәшәүҙе пропагандалаған һәм республикала ғына түгел, тотош Рәсәйҙә киң танылыу яулаған Һәйетҡол ауылына хатта сит илдәрҙән дә вәкилдәр килгән! Донъялағы берҙән-бер “Кейеҙ йорто”ноң тап Буранғол ауылында урынлашыуы ла күп нәмәләр хаҡында һөйләй.
Кәримә УСМАНОВА