Әсмә Мәүләмбирҙе ҡыҙы Усманова – педагогик хеҙмәт ветераны, фольклор традициялары, ауыҙ-тел ижады жанрҙары белгесе, «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе. Ул көньяҡ-көнсығыш башҡорттарының үҙенсәлекле коллекцияһы авторы. Комплектта тәҡдим ителгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының традицион кейемдәре хатта ҙур республика музейҙарында ла бик һирәк күренеш.
Әсмә Мәүлимбире ҡыҙы әҙерләгән шиғри коллекция-республикабыҙҙың мәҙәни тормошонда сағыу һәм әһәмиәтле күренеш. Унда Үҫәргән, Ҡыпсаҡ, Тамъян, Бөрйән, Түңгәүер һәм Юрматы ырыуҙарының, шулай уҡ Һамар һәм Ҡурған башҡорттарының ҡатын-ҡыҙ кейемдәре тәҡдим ителгән. Ҡайһы бер билдәләре буйынса был костюмдар музей коллекцияларынан да, заманса сәхнә костюмдарынан да айырыла.
Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында район мәҙәниәт йортонда Әсмә Усманова исемендәге призға «Гәләбәш түңе буйында» башҡорт милли кейеменең зона конкурсы үтте. Район тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре тарафынан мәҙәниәт йорто фойеһында Әсмә Мәүләмбирҙе ҡыҙы теккән башҡорт милли кейемдәре, шулай уҡ оҫтаның ҡыҙы Рәзилиә Туғыҙбаеваның фотоһүрәттәр һәм китаптар күргәҙмәһе ойошторолған.
Сараның мәртәбәле ҡунаҡтары — журналист, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы журналистар союзы ағзаһы, «Киске Өфө» ҡала гәзитенә нигеҙ һалыусы һәм уның алмаштырғыһыҙ етәксеһе Гөлфиә Янбаева һәм Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф отличнигы, «Йөрәк һүҙе-2019» республика шиғри конкурсы лауреаты Ғәлиә Кәлимуллина.
Быйыл конкурста Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ һәм Көйөргәҙе райондарынан 16 оҫта ҡатнашҡан, уларҙың иң йәшенә - 10, ә иң олоһона 73 йәш.
Конкурстың баһалама ағзалары:
Байғусҡарова Рәзилә Фазулла ҡыҙы – жюри рәйесе, Хәйбулла Районының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры.
Бохарбаева Менәүәрә Исхаҡ ҡыҙы – педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы» грантын яулаусы.
Туғыҙбаева Рәзилә Сәлимйән ҡыҙы – Әсмә Усманованың ҡыҙы.
Ибраһимова Светлана Нурислам ҡыҙы – 2019 йылда башҡорт милли кейемдәре конкурсында Гран-при яуланы.
Ҡыҙрасова Нәзифә Фирҡәт ҡыҙы – район мәҙәниәт йортоноң жанрҙары буйынса методист.
Ишемғолова Миңзифа Ибраһим Ҡыҙы – район мәҙәниәт йорто методисы, «Ҡош юлы» халыҡ фольклор коллективы етәксеһе.
Һөҙөмтәлә жюри баһалары буйынса түбәндәге урындар билдәләнде:
Гран-при - Ҡәйепова Нәфиә (Хәйбулла районы),
I урын - Амантаева Хафиза (Йылайыр районы),
II урын – Шакирова Рисилә (Көйөргәҙе районы), Биктимерова Әлмира (Хәйбулла районы),
III урын - Билалова Гөлсинә (Хәйбулла районы), Әбделмәнова Аҡсәскә (Хәйбулла районы).
Номинациялары:
"Алтын ҡул" - Моратова Миләүшә (Йылайыр районы), Шәрипова Фәниә (Хәйбулла районы), Ҡорбанғолова Вәлимә (Хәйбулла районы),
"Боронғоға тоғролоҡ" – Такалова Фәниә (Йылайыр районы),
"Милли мираҫты һаҡлаусы" - Исҡужина Гөлфирә (Хәйбулла районы), Хәләфетдинова Сафия (Хәйбулла районы), Йосопова Флүрә (Баймаҡ районы),
"Өмөт" - Кәримова Дилә (Хәйбулла районы),
"Мәстәбикә" - Аҫылбикә Туҡбаева (Хәйбулла районы),
"Милли ҡурсаҡтарҙа терелгән" – Фәүзиә Әхмәтшина (Хәйбулла районы).
Фото һәм яҙма Бәйләнештәге “Хәйбулла районы мәҙәниәт йорто” сәхифәһенән vk.com/haibulla_rdk