Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
24 Ноябрь 2022, 16:06

«Родина» кинотеатрында башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың фильмдар аҙналығы үтәсәк

7 көн дауамында «Родина» ла рус һәм башҡорт телдәрендә төшөрөлгән «Өс таған» мажаралы фильмдары, "Йыл ғаиләһе" комедияһы күрһәтеләсәк

«Родина» кинотеатрында башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың фильмдар аҙналығы үтәсәк
«Родина» кинотеатрында башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың фильмдар аҙналығы үтәсәк

«Родина» кинотеатрында башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың фильмдар аҙналығы үтәсәк.

Ҡыштың тәүге көнөндә, 1 декабрҙә, «Родина» кинотеатрында Айнур Асҡаровтың «Буран» фильмы күрһәтелә башлай.

Шулай уҡ 7 көн дауамында «Родина» ла рус һәм башҡорт телдәрендә төшөрөлгән «Өс таған» мажаралы фильмдарын, «Йыл ғаиләһе " комедияһын күрһәтәләр. Пушкин картаһы буйынса билет алыу мөмкинлеге бар.

«Беҙ барыһын да «Башҡортостан» киностудияһы һәм «Асҡарфильм»компанияһы төшөргән киноға фильмдар аҙналығына саҡырабыҙ. «Буран» драмаһы хужа менән килешеү буйынса прокатта ни бары бер аҙна буласаҡ. Һәр фильмдан һуң ижади осрашыуҙар планлаштырабыҙ, уларҙа шәхсән үҙем ҡатнашасаҡбыҙ, шулай уҡ ижади коллективтар саҡырылған. Яратҡан тамашасы менән “һорау-яуап" форматында аралашырға, тәьҫораттар менән уртаҡлашырға теләйбеҙ. Һәммәһен дә көтәбеҙ», - тип билдәләне режиссер Айнур Асҡаров.

«Буран» драмаһы Свердловск киностудияһында төшөрөлгән һәм режиссерҙың тыуған төйәгендә — Башҡортостандың Хәйбулла районында 2016 йылдың ҡышында булған реаль ваҡиғаларға нигеҙләнгән. Фильм 2021 йылда прокатҡа сыҡты, ләкин Өфөлә күпләп күрһәтеү булманы.

Сценарийҙы Ай Аҡманов Айнур Асҡаров һәм Рада Демент менән берлектә яҙған. Төп ролдәрҙә: Александр Головин, Маша Лобанова, Ангелина Поплавская, Михаил Сафронов, Наталья кузнецова, Иннокентий Луковцев, Михаил Черноморец, Александр Ткачук, Владислав Сахнов, Владимир Мантуров.

2020 йылда “Буран” Сямэнь ҡалаһында “Алтын әтәс” Ҡытай кинопремияһының Рәсәй киноһы секцияһында асыш фильмы булды.

Фильмдың төп геройы –хоккей клубы йондоҙо Максим Ковалев, һәләк булған миллиардерҙың һәм команда хужаһының улы, хис-тойғоларын тотоп өйрәнмәгән. Хоккей матчында ла, мөһим уйынға илткән юлда ла гаишник уны тотҡарлай һәм ул бөтә «ҡағиҙәләр буйынса» рәсмиләштерергә теләй... Ябай конфликт уның өсөн ҡот осҡос хәлгә әйләнә, ул уның тормошон тамырынан үҙгәртә.

«Родина» кинотеатрында башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың фильмдар аҙналығы үтәсәк
«Родина» кинотеатрында башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың фильмдар аҙналығы үтәсәк
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: