Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә иҫ киткес матур премьера үтте: Бейеү театры “Ер улы” тигән хореографик әкиәтте сәхнәгә сығарҙы. Ул башҡорт халыҡ эпосы “Заятүләк менән Һыуһылыу”ҙың сюжетына нигеҙләнгән. Премьера менән ҡотлап, тамаша хаҡында ентекләберәк мәғлүмәт биреүҙәрен һорап, коллектив менән бәйләнешкә сыҡтыҡ.
Образдарҙы тулы кәүҙәләндерергә ярҙам иткән сағыу сәхнә кейемдәре, матур көй, тылсымлы әкиәти мөхит – былар тамашасыларҙы мөғжизә донъяһына сумдырған бер халәт. Һыу ҡыҙы менән Ер улының мөхәббәте, һәр ҡайһыһының зат-ырыуына, тыуған тарафтарына бәйлелеген тел генә түгел, ә бейеү хәрәкәттәре аша балаларға ла еткерә алған Стәрле бейеүселәренә, хореографик тамашаны әҙерләүселәргә “афарин” тиергә ҡала.
Тамашаның инсценировка авторы, режиссеры – Фәнил Толонғужин. Ул ҡаланың Рус драма театрында эшләй. Стәрлетамаҡ филармонияһының художество етәксеһе Лира Фәйзуллина менән Бейеү театрының баш балетмейстеры Эльвира Дауытова ижади коллектив өсөн программа ҡуйырға тәҡдим иткәс, ҡыуанып риза була. Электән бейеү сәнғәтенә һоҡланған кеше булараҡ, бындай форсатты ҡулдан ысҡындырмай.
– Нимәне сәхнәләштерергә икәнен үҙемә һайлау әмәле бирелгәйне, шуға ла мин балалар ҙа мауығып ҡарарлыҡ тамаша эшләргә тигән ниәттән сығып эш иттем. Төрлө әкиәттәрҙе ҡарап сыҡтым, араларында рус, инглиз әҫәрҙәре лә бар ине, әммә халҡыбыҙҙың “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосы күңелемә инеп оялағайны инде, – тип эшкә тотонған мәлдәрен бәйән итә Фәнил Толонғужин. – Заятүләк менән Һыуһылыу, миңә ҡалһа, ул башҡорт Ромеоһы менән Джульеттаһы. Әлбиттә, кескәйҙәргә тәғәйенләп эшләгәс, әҫәрҙең йөкмәткеһен аңлайышлы итер, ҡабул итеүгә еңелләштерер өсөн бер аҙ үҙгәртергә тура килде, аҙағын да яҡты нотала тамамланыҡ. Балаларҙың йәш айырмаһы бер генә йыл булған хәлдә лә, уларҙың ҡабул итеү кимәле айырыла, шуға ла инсценировканы “универсаль” итергә тырыштым. Бейеү тамашаһына ҡоролған ошо әкиәт аша йәш быуын вәкилдәрендә халыҡтың рухи ҡиммәттәренә әҙ генә булһа ла ҡыҙыҡһыныу уята алһаҡ, маҡсатҡа өлгәштек, тип ҡыуанырға булыр, – ти ул.
Стәрле бейеү театрының сығыштарын ошо ҡала халҡы ғына түгел, тотош Башҡортостанда, унан ситтә лә көтөп алалар. Күп ҡырлы талантҡа эйә сәхнә оҫталары яңы хореографик табыштарын Өфө тамашасыһына ла тәҡдим итер, тип өмөтләнәбеҙ!
- Рәүилә Ғатауллина