Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Ноябрь 2022, 15:24

Беҙ булмаһаҡ, кем?

Йәштәрҙең үҙ моңон һәм һүҙен еткерәһе майҙаны булырға тейеш.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.
Фото:Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Хөрмәтле дуҫтар, һеҙ радио тыңларға яратаһығыҙмы? Юл йөрөгәндә, эш эшләгәндә, ял иткәндә, һис шикһеҙ, күңелегеҙгә оҡшаған радио тулҡындарын көйләп ебәрәһегеҙҙер. Хәҙер иһә ундай мөмкинлектәр бихисап: каналды махсус радиоалғыстан ғына түгел, ә Интернет киңлегендә лә тыңларға мөмкин. Миҫал өсөн, күп йәштәр үҙ иткән “Юлдаш PLUS” радиоһын ғына алайыҡ. Һигеҙ йыл эшләгән виртуаль музыкаль майҙанда көн дә тура эфирҙар, тапшырыуҙар үтә, шулай ҙа был радио – күп алып барыусылар, йәш йырсылар ҡанат нығытҡан ҙур ижади майҙан да. Йыл һайын радио коллективы йәштәрҙең ҡаҙаныштарын барлап, хит-парад һөҙөмтәләренә таянып, уларҙы бер сәхнәгә йыя. Быйыл иһә был сара тәүге тапҡыр “Юлдаш PLUS” Милли йәштәр фестивале булараҡ ойошторола. Проект республика Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла һәм туған телдә төрлө йүнәлештә ижад итеүсе йәш һәләттәрҙе асыуға йүнәлтелгән.

Ошо хаҡта ентекләберәк бәйән итер өсөн “Юлдаш PLUS” йәштәр радиоһы етәксеһе, һәләтле йырсы Илнур Рамаҙановҡа мөрәжәғәт иттек.

 

– Илнур, ҡыҫҡаса ғына “Юлдаш PLUS” радиоһы менән таныштырып үт әле, сөнки гәзит уҡыусылар араһында уның хаҡта бөтөнләй ишетмәгәндәр ҙә барҙыр.

 – “Юлдаш PLUS” радиоһы 2014 йылдың беренсе сентябренән эшләй башланы. Ҡыйыулыҡты йыйып, был эшкә бөтөнләй йәш команда тотондо. Беҙҙе, ул саҡтағы студенттарҙы, остаздарыбыҙ –  “Юлдаш” радиоһы хеҙмәткәрҙәре, алып барыусылары эфирҙа эш­ләргә өйрәтте. Шул көндән башлап радио көн һайын кис, 19:00-21:00 сәғәттәр араһында, эфирға сыға. Төп үҙенсәлек – беҙҙә фәҡәт йәштәр эшләй, һөнәри йәһәттән камиллаша, эфирҙа һөйләшергә өйрәнә. Радио һәләтле йәштәр өсөн һөнәри старт майҙансығы булып тора, тип әйтергә мөмкин. Артабан күптәр профессиональ яҡтан нығынып, төрлө һөнәри үрҙәрҙе яулай, шулай уҡ “Юлдаш” радиоһы өсөн дә яңы кадрҙар әҙерләнә. Был йәһәттән ул берҙән-бер шундай күсәгилешле ижади проект тип әйтһәк тә була. Беҙҙең интернет-радионы йыш ҡына Бөтә Рәсәй радио фестивалдәрендә лә ыңғай яҡтан телгә алалар.

 

– Ваҡыт күрһәтеүенсә, радио виртуаль селтәрҙә лә, онлайн форматта ла берҙәй яҡшы эшләй ала. Әммә тыңлаусы­ларҙы арттырыу өсөн яңы ысулдар, идеялар, ҡыҙыҡлы материалдар кәрәк...

– Ижади командабыҙ 13 кеше­нән тора. Беҙ йыл һайын йәштәр өсөн төрлө саралар үткәрәбеҙ, эфирға төрлө ҡунаҡтар саҡырабыҙ, ҡыҙыҡлы әңгәмәләр ойошторабыҙ. Һигеҙ йыл дауамында тотороҡло эшләү – һис шикһеҙ, беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә, артабан да үҫешә­сәкбеҙ, тыңлаусыларыбыҙ артһын өсөн мауыҡтырғыс саралар, эфирҙар ойошторасаҡбыҙ. Һан­дарға килгәндә, Интернет-радиолар араһында беҙ Рәсәйҙә 297-се урында – был да ҙур ҡаҙаныш, сөнки бер йыл элек 415-се урында инек. Шулай уҡ интернет аша тыңлау буйынса 60-сы урында торабыҙ.

 

– Эфирға йырҙы ниндәй талаптар буйынса һайлап ала­һығыҙ? Радионың плейлисында күпме йыр, композиция бар?

– Йырҙарҙы интернет селтә­ренән алабыҙ һәм эфир тулҡын­дарында яңғыратабыҙ. Төп шарт – улар тик башҡорт телендә булырға тейеш, сөнки беҙ туған телде һаҡлауҙы төп маҡсат итеп алған команда. Әммә бәғзе осраҡта йырҙарҙа башҡа телдә яңғыраған һүҙҙәр ҙә ҡыҫылып китеүе ихтимал, мәгәр бында хилафлыҡ юҡ, сөнки был йәш ижадсыларға хас, улар эҙләнә, тәжрибә үткәрә. Бөгөн беҙҙең радионың 70 Гб күләмендә йырҙар, композициялар багажы бар.

 

– Музыкаль эфир нисек формалаша һәм тректың көндәлек ротация күләме нисек билдә­ләнә? Был ниндәй үҙенсәлек­тәргә бәйле?

– “Юлдаш PLUS” йәштәр интернет-радиоһының музыкаль мөхәр­рире бар, ул көн һайын плейлист төҙөй. Йырҙарға килгәндә, беҙ “Европа Плюс” кеүек билдәле радиолар форматында эшләргә тыры­шабыҙ, йәғни тәүге сиратта бөгөн популяр булған, “топ”тағы йырҙар яңғырай. Улар араһында, әлбиттә, элегерәк билдәле булған йырҙарҙы ла эфирға сығарабыҙ. Яңы сыҡҡан йырҙың популярлығын арттырыу өсөн дә ротацияға бирәбеҙ: ул көнөнә 5-7 тапҡыр яңғырауы ихтимал.

 

– Башҡалар менән ҡабат­лан­маҫ өсөн һәм үҙ стилегеҙҙе булдырыу йәһәтенән башҡа радио­станцияларҙы тыңлайһы­ғыҙмы?

– Әлбиттә, башҡа радиоканал­дарҙың тәжрибәһе, алымдары бик ҡыҙыҡ, был йәһәттән беҙ һәр саҡ яңылыҡтарҙы күҙәтеп барырға, фәһем алырға, яңы үҫеш юлдарын эҙләргә әҙербеҙ. Шул уҡ ваҡытта, онотмаҫҡа кәрәк: тәүге сиратта “Юлдаш PLUS” – башҡорт йәштәренең милли радиоһы, беҙ халҡыбыҙ, туған телебеҙ һәм уны һаҡлау, яҡлау өсөн эшләргә тейешбеҙ. Шуға күрә аныҡ талаптар бар һәм уларҙан ситләшмәйбеҙ.

 

– Йәш аудиторияға иҫәп тот­ҡан радио эфиры йәш башҡа­рыу­сылар өсөн трамплин, камиллашыу баҫҡысы булып тора тип әйтә алаһығыҙмы?

– Һигеҙ йыл дауамында “Юлдаш PLUS” йәштәр интернет-радиоһы хит-парад ойоштора, иң популяр башҡарыусыларҙы билдәләп, уларҙы ротациялай, беҙҙең эфирҙа ғына түгел, “Юлдаш” радиоһына ла сығара. Унан тыш, йәш йырсы­ларҙы төрлө сараларҙа ҡатнашыр­ға саҡырабыҙ, уларҙы республика­ның медиакиңлегендә көтөп ҡала­быҙ. Тап беҙҙең ярҙам менән һөнәри йәһәттән күтәрелеп киткән, нығынған йәш йырсылар бихисап – был йәһәттән беҙ һөҙөмтәләр менән ғорурлана алабыҙ.

 

– Быйыл “Юлдаш PLUS” радиоһы Бөтә донъя баш­ҡорт­тары ҡоролтайы менән берлектә сираттағы Милли йәштәр фестивале уҙғара. Ойоштороусылар уны, республи­калағы йәш­тәр эстрада ижады йүнәлешен­дәге иң әһәмиәтле сара буласаҡ, тип вәғәҙә итә.

– Быға тиклем биш йыл рәттән “Юлдаш PLUS хит-парады” дискотекаларын ойоштороп, ун ике иң популяр ҡатнашыусыны билдәләй инек. Әммә радио популярлаша барған һайын, был башланғысты киңәйтеү ихтыяжы тыуҙы. “Юлдаш PLUS” милли йәштәр фестивале бына шулай килеп сыҡты ла.

Фестивалдә ҡатнашырға те­ләүсе­ләрҙән 100-ҙән ашыу ғариза ҡабул иттек, һәр йүнәлеш буйынса республиканың билдәле шәхес­тәре­нән төҙөлгән баһалама ко­миссияһы 3-5 йырҙы һайлап алды. Бәйге барышы “Юлдаш PLUS” радиоһының “Бәйләнештә” төркө­мөндә тура эфирҙа күрһәтелде.

Дөйөм алғанда, бәйгелә 12 номинация бар, унда 18-35 йәшлек ҡатнашыусылар көс һынаша. Финалға сыҡҡан йәш башҡа­рыусылар 22 декабрҙә Өфөлә, “Торатау” конгресс-холында үтәсәк фестивалдең финалында, ҙур Гала-концертта сығыш яһаясаҡ. Һәләтле яҡташтарыбыҙ араһынан иң шәп йыл йырсыһын, шағирҙы, блогерҙы, композиторҙы билдәлә­йәсәктәр; иң шәп йыл йыры, ремейкы, каверы ла асыҡланасаҡ. Шулай уҡ иң шәп төркөм, тренд, дуэт, ремейк һәм йыл асышы номинациялары ла бар.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылында шундай киң форматта Милли йәштәр фестивален ойоштора алыуыбыҙ – ҙур мәртәбә һәм шул уҡ ваҡытта, ҙур яуаплылыҡ та. Беҙ булмаһаҡ, кем? Башҡорт йәштәре араһында һәләт­ле, моңло, заманса фекерләгән йәштәр бик күп – уларҙың уй-фекерҙәрен, моңдарын, йырҙарын еткерерлек үҙ майҙаны булырға тейеш. “Юлдаш PLUS” радиоһы тап шул ролде үтәй.

Беҙҙең белешмә

Илнур Рамаҙанов Көйөргәҙе районы Илкәнәй ауылында тыуған. 2020 йылда Башҡорт дәүләт университетының геология һәм геоморфология бүлеген тамамлаған.

2019 йылдан алып “Юлдаш” радиоһының үҫтереү бүлеге­нең өлкән мөхәррире, “Юлдаш PLUS” йәштәр радиоһы етәксеһе, 2018 йылдан “Юлдаш плюс” йәштәр музыкаль премияһы” проектын алып бара. Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайының йәштәр эштәре, ирекмәнлекте һәм спортты үҫтереү буйынса комиссия ағзаһы, төрлө йәштәр форумдарында, йәмәғәтселек эшендә әүҙем ҡатнаша.

- Г. БАЛТАБАЕВА, 
     И. СӘЙЕТГӘРӘЕВА

Читайте нас: