Гармунсылар көнө уңайынан гәзитебеҙҙә иғлан ителгән “Тынмаһын гармун моңо” конкурсында беренсе урынды яулаған Рөстәм Якиев менән яҡындан танышыу маҡсатында ошо көндәрҙә Мәләүез тарафтарына юлландыҡ. Конкурс барышында уның сәхнә оҫтаһы, шәп гармунсы икәнлеген асыҡлаһаҡ, был юлы етәксе, депутат, ғаилә башлығы булараҡ та күркәм сифаттарын күрҙек.
Мәләүез ҡалаһының балалар һәм үҫмерҙәр ижад һарайына барып ингәндә беҙҙе ишек төбөнән пинжәк-галстуклы етди етәкселәре Рөстәм Якиев ҡаршы алды. Яуаплы бурыс һалынған уның иңенә. Уҡыу йортонда ике мең ярым тирәһе балаға өҫтәмә белем биреү хәстәрен күрә ул. Вокал, хореография, театр, тегеү-сигеү, журналистика, хоҡуҡты өйрәнеү нигеҙҙәре һәм башҡа бик күп йүнәлештәр буйынса түңәрәктәр ойошторолған. Һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балалар менән эшләү буйынса ла матур өлгө күрһәтә мәләүездәр. Балаларға өҫтәмә белем биреүҙе 30-ҙан ашыу педагог алып бара.
Байтаҡ ауыл мәктәптәрендә балалар өсөн түңәрәктәр ойоштороуға ла өлгәшкәндәр. Был иһә йәш быуындың буш ваҡытын файҙалы итеп уҙғарыуға юл аса. Үҙҙәренең һәләттәрен үҫтереп, конкурстарҙа ҡатнашып, уңыштарға өлгәшеүҙәрен дәлилләгән миҫалдар ҙа бихисап. Мәҫәлән, вокал буйынса III халыҡ-ара “Быуындар тауышы”, Бөтә Рәсәй “Сәнғәт серпантины” конкурстарында алдынғы урындар яуланған. Бер нисә йыл элек Беренсе каналда барған “Тауыш. Балалар” вокал телевизион конкурсында ла Мәләүездең ижад йортонда шөғөлләнеүсе лауреат исеменә лайыҡ булған.
Был учреждениеның үҙендә дә саралар йыш уҙғарыла, беҙ барғанда ҡала-район кимәлендә Башҡортостандың милли мәҙәниәт фестивале бара ине. Әйтергә кәрәк, Рөстәм Рауил улы был учреждениеға хәҙер 17 йыл етәкселек итә. Балаларға шөғөлләнеү өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылыуын белдерҙе ул:
– Был йәһәттән район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдиновҡа ҙур рәхмәтлебеҙ. Костюмдар, аппаратура алыу булһынмы, ремонт эшләүме – ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итһәк тә, ярҙам итә.
Белем һәм тәрбиә учреждениеларын яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса йыл һайын Балалар һәм үҫмерҙәр ижад һарайының районда алдынғы урындарҙы яулауы ла уның етәксеһенең хужалыҡ эштәрен яҡшы ойоштора белеүе хаҡында һөйләй. Был сараларҙы башҡарғанда бағыусыларҙың ярҙамын да тоя Рөстәм Якиев.
Үҙе йырларға, гармунда уйнарға яратҡас, ижад һарайында эшләү уның күңеленә ҙур кинәнес бирә. Ҡайһы саҡта балалар менән бергәләп сәхнәгә сығып сығыш яһауы ла ят күренеш түгел бында. Ошо рәүешле йәш быуынға матур өлгө күрһәтә.
Заманында Башҡорт дәүләт университетының филология, юридик факультеттарын тамамлаған әңгәмәсемдең музыка ҡоралдары, вокал буйынса махсус белеме булмаһа ла, йыр, гармунсылар конкурстарында яулаған еңеүҙәре уның сәнғәт өлкәһендәге һәләтен дәлилләй. Ҡазанда, Нефтекамала, Туймазыла, Өфөлә һәм башҡа район-ҡалаларҙа йыр конкурстарында ҡатнашҡан. Стенаға эленгән дипломдары яуланған еңеүҙәре тураһында һөйләй. “Йырлаһам, осоп йөрөгән ҡошмон, йырламаһам, ситлектәге һымаҡмын”, – ти ул.
– Айырыуса башҡорт халыҡ йыры “Һандуғас”, “Уйыл”, “Азамат”, “Ильяс”ты, татар халыҡ йыры “Райхан”, “Гүзәлем”де яратып башҡарам. Халыҡ йырҙары менән бер нисә тапҡыр республикабыҙ район-ҡалаларында уҙғарылған конкурстарҙа гран-при яуланым. Конкурстарҙа йырлаған сағымда Редик Фәсхетдинов, Хәлит Фәтихов кеүек легендар музыканттарыбыҙҙың, баянсыларыбыҙҙың миңә ҡушылып уйнағаны булды һәм был күңелдә ҙур ғорурлыҡ тойғолары ҡалдырҙы, сөнки уларҙың ижадын бик хөрмәт итәм. Киләсәктә башҡорт халыҡ йыры “Буранбай”ҙы еренә еткереп башҡарырға тигән ҙур хыялым бар, – тип музыка донъяһындағы уңыштары тураһында һөйләне.
Рөстәм Рауил улы элек күберәк йыр менән сығыш яһаһа, һуңғы осорҙа гармун конкурстарында ихлас ҡатнаша. “Үҙем уйнайым, үҙем йырлайым” конкурсында Туймазыла өсөнсө урынды яулаған, Ҡазанда иһә икенселекте биләгән.
Конкурста еңеү яулай, тип әйтеүе еңел. Күпме әҙерлек, күңел көсөргәнеше талап итә ул, хатта көтөлмәгән хәлдәр ҙә осрап ҡуя. Уларҙың береһе тураһында гармунсыбыҙҙың һөйләгәндәрен тыңлайыҡ:
– Бер саҡ гармунсылар конкурсында сәхнәгә сығырға торғанда гармунымдың ҡайышы өҙөлдө. Йүгереп йөрөп гармун эҙләйем, ләкин үҙемдең тауышҡа тура килгәнен таба алмайым. Инде тапҡайным ғына, шул егеттең миңә гармунын биргеһе килмәне. Ошо ваҡиға ҡайһы саҡта күңелде ҡырып иҫкә төшөп ҡуя, – тине Рөстәм Якиев хәтерен ҡалдырған был хәл-ваҡиға тураһында.
Ләкин төшөнкөлөккә бирелеү, ҡаршылыҡтар алдында юғалып ҡалыу хас түгел Мәләүез гармунсыһына. Һәр конкурсҡа ҙур дәрт менән, ихлас тотона. Беҙҙең редакция тарафынан ойошторолған конкурсҡа ла үҙенең сығышы менән йәм-биҙәк индерҙе.
– Конкурс оҡшаны, халыҡ та күтәреп алды. Уны Гармунсылар көнө уңайынан ғына түгел, башҡа ваҡытта ла ойошторорға кәрәк , – тигән фекерен белдерҙе.
Һөнәре буйынса уҡытыусы, юрист кешегә сәнғәткә шул тиклем һөйөү ҡайҙан килә? Был һорау ҙа ҡыҙыҡһындырмай ҡалманы.
– Үҙем уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫтем. Атайым мәрхүм йыр дәрестәрен алып барҙы, профессиональ баянсы булды, тальянда уйнаны, бейергә яратты. Мәҙәниәткә беҙҙе атайым ылыҡтырҙы. Ғөмүмән, уның яғынан нәҫелдә музыкаға һәләтлеләр күп. Әсәйем тарих, йәмғиәтте өйрәнеү дәрестәрен алып барҙы. Бик ихтирамлы ғаилә булдылар. Әсәйем әле лә иҫән, 89 йәшкә етеп килә. Ул бик матур итеп шиғырҙар яҙа, сәскәләр үҫтерә. Уның ихатаһы әле лә шау сәскәгә күмелеп ултыра, – ти әңгәмәсем.
Әйткәндәй, заманында атаһы, бер туған ағаһы менән Өфө филармонияһында, башҡа ҙур сәхнәләрҙә лә гармун менән сығыш яһағандар. Өсәүләшеп “Өс туған”, “Байыҡ”, “Перовский” бейеүен башҡарған мәлдәрен дә яҡындары тураһында яҡты иҫтәлек итеп хәтерендә һаҡлай Рөстәм Рауил улы. Әле лә ата-әсәһе йәшәгән йортта изге ҡомартҡы булып бер нисә баян һәм гармун һаҡлана.
Тағы ла бер хыялы бар әңгәмәсемдең – ул ҡурайҙа уйнарға өйрәнеү. Киләсәктә был ниәтенең дә тормошҡа ашыуына шигебеҙ юҡ.
Һәр уңышына шатланып, конкурстарға дәртләндереүсе ғаиләһе менән дә бәхетле Рөстәм Якиев. Хәләл ефете Эльвира менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Үҙ йорттарында йәшәгәс, буш ваҡыт бик эләкмәй ҙә. Ҡатыны баҡса үҫтерергә ярата, сәскәләр менән ихатаһын биҙәй. Рөстәм Рауил улы ағас эше менән дә күңел һалып шөғөлләнә. Йортондағы барлыҡ тиерлек төҙөлөш эштәрен дә үҙ ҡулдары менән башҡара.
– Атайым бәләкәйҙән ағас эшенә өйрәтеп үҫтерҙе. Үҙе лә оҫта булды, балаларын да йәлеп итте. Биш йәштән балта тоторға өйрәндем. Атайым мәктәптә эшләгәс, йәйге каникул осоронда ваҡыт иркен. Уның менән йәй эсендә ике-өс мунса бураһы бурап һата инек. Шул бала саҡта өйрәнгән һөнәрем артабан тормош көткәндә лә ярҙам итте, – ти ул.
Тағы ла бер яратҡан күңел шөғөлө бар – ул спорт. Студент саҡтан саңғыла йөрөүҙе, боксты үҙ итә. Саңғы уҙышы буйынса спорт мастеры ла ул. Әле лә буш ваҡытында саңғыла йөрөргә ярата, ярыштарҙа алдынғылыҡты биләй. Әйткәндәй, спортҡа ҡыҙыҡһыныуы улына ла күскән.
“Башҡортостандың мәғариф отличнигы”, “Рәсәйҙең почетлы мәғариф хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған замандашыбыҙға ҡала Советы депутаты бурысын да ышанып тапшырғандар.
Бына шулай, Рөстәм Якиев менән танышҡанда уны тәүге сиратта шәп гармунсы итеп күрһәк тә, ул төрлө яҡлап ҡыҙыҡлы замандашыбыҙ булып сыҡты. Өлгәшелгән үрҙәрҙә туҡталып ҡалмайынса, артабан да үҫергә насип булһын Мәләүездең ир аҫылына.
- Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА
Мәләүез районы