Өфө фән һәм технологиялар университетында «Шоңҡар» әҙәби-ижад берекмәһенең әҙәби-музыкаль кисәһе үтте. Ул бына инде 90 йылға яҡын ижади йәштәргә үҫергә ярҙам итә.
Ғәлимов Сәләм, Сәғит Агиш, Һәҙиә Дәүләтшина, Мостай Кәрим, Әхнәф Харисов, Кәтибә Кинйәбулатова, Ғайса Хөсәйенов, Абдулхаҡ Игебаев, Рауил Бикбаев һәм башҡа әҙиптәр үҫеп сыҡҡан түңәрәк бөгөн дә йәш ҡәләм тирбәтеүселәргә юллама бирә.
Уҙған быуаттың 60-сы йылдарынан башлап «Шоңҡар»ҙың бер нисә быуын вәкиле үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлашты. Халыҡ шағирҙары, яҙыусылар Ҡәҙим Аралбаев, Гөлфиә Юнысова, Ринат Камал, Тамара Юлдашева һәм бик күп билдәле әҙиптәр, ғалимдар, журналистар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән бер сәхнәлә XXI быуат “Шоңҡар”сылары ла сығыш яһаны.
Әйткәндәй, "Шоңҡар" әҙәби-ижад берекмәһе 2024 йылда 90 йыллыҡ юбилейын республика кимәлендә билдәләргә йыйына.