Республиканың иң ҙур китап йорто – Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың шәхси китапханаһынан бүләккә китаптар тапшырыу тантанаһын ойошторҙо. Сара барышында тиҫтәләгән китаптарҙан күргәҙмә ҡуйылды. Уларҙың күбеһендә баҫмалар авторҙарының автографтары бар. Үҙенсәлекле осрашыу кисәһенә абруйлы ҡунаҡтар, китап һөйөүселәр йыйылды.
– 60-сы йылдарҙа уҡ үҙемдең китаптарымды йыя башланым. Был баҫмалар минең өйҙә ятһа, бер-ике кеше уҡый, ә китапханала күберәк кеше таныша, тимәк, шәхси китапханамдағы китаптар икенсе һулыш алып, яңы тормошо башлана тигән һүҙ, – тип үҙенең шәхси коллекцияһы менән таныштырҙы шағир.
Әҙип төрлө йылдарҙа китаптарҙың, иҫке төрки телендә ғәрәп графикаһы менән яҙылған ҡулъяҙмаларҙың нисек ҡулына килеп эләгеүе тарихын да һөйләне. 1965 йылда үҙ ҡулдары менән бер йыл буйына күсереп яҙып алған, ете дәфтәрҙән торған Мәмбәт шәжәрәһен күрһәтеп үтте. Уны баҫтырып сығарып, мәҡәләләр яҙып, ғилми әйләнешкә индереүгә өлгәшә. Аспирант сағында Йылайыр районы Һабыр ауылында Ғатаулла Түләшевтә һаҡланған 1914 – 1916 йылдарҙағы империалистик һуғышта ҡатнашҡан башҡорттар тураһындағы “Һалдат бәйеттәре” тигән ҡулъяҙма китап хаҡында бәйән итте. Төрлө йылдарҙа билдәле әҙиптәрҙән алынған автографлы китаптары хаҡында ҡыҙыҡлы хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Сара һуңында шағирҙың ҡәләмдәш дуҫтары, коллегалары әҙипкә матур теләктәрен еткерҙе, рәхмәт әйтте.
Күңелем йыр һорап торһон,
Күңелем һүҙ көҫәп торһон!
Китап еҫен һағынһын,
Ен-пәрейҙәр ҡағылмаһын,
Китап ене ҡағылһын! –
әҙәби осрашыуҙы шундай шиғыр юлдары менән йомғаҡланы Ҡәҙим Аралбай. Арҙаҡлы шағирға тағы ла яңы әҫәрҙәр ижад итеүен, китаптарының кәштәләрҙә етемһерәп тормауын теләйек.
- Рузилә ИҪӘНБАЕВА