Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Ноябрь 2022, 13:25

Венер Исхаҡовтың геройҙары тормоштан алынған

Авторҙың “Шәп күстәнәс” китабын сират тороп алдылар

Венер Исхаҡовтың геройҙары тормоштан алынған
Венер Исхаҡовтың геройҙары тормоштан алынған

Бөгөн, интернет заманында, кешеләр китап уҡыймы? Минеңсә, китап һөйөүселәр бар һәм киләсәктә лә буласаҡ. Мәҫәлән, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең магазинында ойошторолған “Автограф көнө”нә халыҡ эркелеп килде.

Билдәле шағирә, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының бүлек мөдире Гөлнара Хәлфетдинова (“Бәхет һурпаһы” китабы) менән филология фәндәре кандидаты, күренекле шағирә Рита Фәтҡуллинаның (“Ваҡыт сыңы” китабы) әҫәрҙәре бер китапта баҫылған.

– Яңауыл ҡалаһында йәш яҙыусыларҙың ижади семинарында минең дә шиғырҙарымды тикшерҙеләр, унда арҙаҡлы яҙыусы Рауил Бикбайҙан фатиха алдым, – тине Гөлнара Хәлфетдинова.

Танылған сатирик, “Һәнәк” журналының баш мөхәррире урынбаҫары Венер Исхаҡов “Шәп күстәнәс” тигән китап сығарған. Венер Айҙар улының һүҙҙәренә ҡарағанда, уның әҫәрҙәрендәге геройҙарҙың барыһы ла тормоштан алынған, ул бер ҡасан да бармаҡтан һурып яҙып ултырмай. Кешеләр менән аралашҡанда сатирик хикәйә өсөн тема үҙенән-үҙе килеп сыға.

Шулай уҡ ғалимә Гөлнур Ҡасҡынова – мәшһүр ҡәләм оҫтаһы Һәҙиә Дәүләтшина тураһында, ә әҙибә Дилбәр Булатова “Наза” тигән китап һәм Елена Чумакова “Там, где поют соловьи” тип аталған роман яҙған.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: