

Бөгөн Әлшәй ерендә күркәм сара – “Урал батыр” эпосына бәйләп, фольклор-спорт байрамы ойошторолған. Программаға ярашлы, байрамда ҡатнашыусылар милли көрәштә майҙан тотҡан, “Мәргән уҡсы” ярыштарында көслөләрҙе билдәләгән, тояҡ тартыш, суҡмар ырғытыу, арҡан тартыш буйынса ла көс һынашҡан.
“Урал батыр байрамы”, тәбиғи, бөйөк эпосты яттан һөйләү сығыштары менән дә биҙәлгән. Программаның ижади өлөшөндәге был сара конкурстан тыш үткәрелгән.
Быйылғы байрамдың иң үҙенсәлекле мәле – “Ҡот ҡайтарыу” йолаһы булғандыр. Уны баш ҡала ҡунағы – билдәле ғалимә, сәсәниә Розалиә Солтангәрәева башҡарған.
“Урал батыр байрамы”нда тағы ла Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина, рәйес урынбаҫары Гөлфинә Юламанова, филология фәндәре докторы Нәркәс Хөббөтдинова, филология фәндәре кандидаты Шәүрә Шәкүрова, Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе Гөлгөнә Баймырҙина ҡатнашҡан.
Байрам тураһында мәғлүмәт менән бүлешкәне һәм фотолар ебәргәне өсөн “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзите хәбәрсеһе Фәнүзә Суфияноваға рәхмәт!
Фәнүзә Суфиянова фотолары.