Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Ноябрь 2022, 21:30

КЕЙӘҮ

"Аһ, һәптән, ҡайҙа йөрөнөң?! Күңелең булдымы?!" Ҡәйнәһенең асыулы тауышын ишетеп, яурынына бер тоҡ тауыҡ еме йөкмәп, ҡапҡанан сайҡала биреберәк атлап инеп килгән Шәрифйән шып туҡтаны...

КЕЙӘҮ
КЕЙӘҮ

(Юмореска)

- Аһ, һәптән, ҡайҙа йөрөнөң?! Күңелең булдымы?

Ҡәйнәһенең асыулы тауышын ишетеп, яурынына бер тоҡ тауыҡ еме йөкмәп, ҡапҡанан сайҡала биреберәк атлап инеп килгән Шәрифйән шып туҡтаны. Йортто әйләнеп тә өлгөрмәгән ҡәйнәһе тап ул инеп килгәнен ҡайҙан белде икән? “Хәҙер кейәүең тауығыңа ем алып килә”, - тип Сәлимәһе шылтыратып әйткәндер, ахыры. Ә бына кисә дуҫтары менән арыу уҡ ҡунаҡ булып, төн уртаһы ауғас ҡына ҡайтыуын ниңә әйтте икән? Быға тиклем ҡатыны ундай-бындайҙы әсәһенә һис тә һөйләмәй торғайны бит...

Ул да булмай ҡәйнәһенең тауышы тағы ла асыулыраҡ яңғыраны:

- Өйгә инәм тиһеңме? Индерермен мин һине! Тор шунда! – әбекәй ярһып өндәште. - Асһыңмы? Хәҙер берәй нәмә алып сығырмын! Һәптән! Ҡайҙа йөрөй тигән төнө буйы... Ҡасан аҡылға ултырырға уйлайһың?!

Ыста... Ҡәйнәһен бер ваҡытта ла шул тиклем асыулы килеш күрмәгән Шәрифйән тамам аптырауға ҡалды. Ҡасан килһәләр ҙә, ҡаҙанында боһрап ашы бешкән, самауыры шыжлап ҡайнап ултырған була. Һикһәнгә етеп барыуға ҡарамаҫтан, еңел баҫып, өҫтәл тултырып һый-хөрмәтен теҙә. Унан инде күстәнәскә күпереп бешкән икмәген, тәмле бәлеш-ҡоймаҡтарын, йәтеш биҙрә тулы йомортҡаһын, башҡа ваҡ-төйәген тейәп оҙата инесе... Ә бөгөн ҡәйнәһен алмаштырып ҡуйғандармы ни! “Әллә емде бынауында, нигеҙ буйына ултыртып, сығып ҡайтырға ла китергәме икән?” – тип уйлап та өлгөрмәне ҡәйнәһенең тауышы ишетелде.

- Мә, ошоно аша ла, башҡа нәмә һорама!

Шәрифйәндең яурынындағы ауыр тоҡ уны тағы нығыраҡ баҫты, кисәге кәйеф-сафанан былай ҙа башы ауыртып торған ирҙең тамам йәне көйҙө. Берәҙәк эткә һөйәк ырғытҡан ише нимәлер тотоп сығып килә бит ҡәйнәһе. Әйтерһең, Шәрифйән ас. Ашағыһы ла килеп тормай. Сәлимәһе: “Әсәйҙең тауыҡтарының еме бөткән, алып барып кил инде”, - тигәнгә генә тыңлап сығып киткәйне. Кисәге хәлдән һуң ҡатынын тыңламай ҙа булмай, шуға күрә, башы ауыртыбыраҡ торһа ла, сығып киткәйне. Ә бында ҡәйнәһе ҡатынынан да яманыраҡ һыҙыра ғына...

Шул ваҡыт өй мөйөшөндә яурынына тоҡ йөкмәп баҫып торған кейәүен абайлап ҡалған әбекәй:

- Аһ-аһ, кейәү, нимәшләп унда тораһың, әйҙә, үт, үт! Баянан бирле көтәм бит! Ярманы ана келәткә алып бар, үҙем яйлап, сүмес менән бушатып алырмын әле. Нишләп оҙаҡланы икән тип аптырай башлағайным. Сәлимә байуҡ шылтыратҡайны бит. Ашым бешкән, самауырым икенсегә ҡайнап сыҡты. Әйҙә, өйгә ин! Ҡоймағым да, бәлешем дә әҙер, икмәгем дә бешеп сыҡты, - тип сутырлығы сыҡты әбекәй.

Тамам аптырауға ҡалды Шәрифйән. Шулай ҙа емде келәткә индереп ҡуйып, шымтайып ҡына өйгә табан атланы. Шул саҡ ҡәйнәһенең ҡәтғи тауышы тағы яңғыраны:

- Ә һин ят ошонда! Өйгә аяҡ баҫаһы булма! Вәт һәптән, төнө буйы әллә ҡайҙа йөрөй. Ни һанлы булып, һуғышып ҡайтып инде, бигерәк әрәмтамаҡҡа әйләнде!

Тупһала бер сеүәтә һөттө эсеп бөтөп, төнгө яуҙан һуң бите-башы сапсылған, арҡа йөнө бер нисә урындан йолҡонған Мыраубай ғәйепле төҫ менән йәлләүес итеп ҡарап ултырып ҡалды...

Фото: forum.na-svyazi.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: