Билдәле йырсы Филүс Ҡаһировтың “Кейек ҡаҙ юлдары” йырын ишетмәй ҡалған кешеләр бармы икән? Айырыуса махсус хәрби операцияла ҡатнашырға тип әҙерлек үтеп йөрөгән яҡташыбыҙ, Илеш егете Артур Хәсәнов башҡарғандан һуң был йыр бик ҙур популярлыҡ яуланы.
Интернет киңлектәрендә был хитты Башҡортостандың халыҡ артисы Сәғиҙулла Байегеттең башҡарғанын да күреп ҡалдыҡ. Ул видеояҙмаһы янына ошондай һүҙҙәр яҙған:
“Артур Хәсәнов ҡустының "Кейек ҡаҙ юлдары" йырын башҡарыуын интернет селтәре аша күптәребеҙ ишетеп хайран ҡалғандыр. Хәҙер был йыр сик һаҡсыларының гимнына әүерелде тиһәк һис тә хата булмаҫ. Егеттәребеҙзең һәр ҡайһыныһының имен, иҫән-һау ҡайтыуын Аллаһ Тәғәлә насип айләһен! Амин!”
Шунан нисек һеҙгә уның башҡарыуында был йыр?
Фото: "Бәйләнештә".