Республикаға идара итеү үҙәге социаль селтәрҙә ошо хаҡта яҙма ҡуйҙы.
Ошо көндәрҙә генә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә премьераһы булып үткән “Садко” операһында кейелгән кейемдәрҙең дөйөм ауырлығы ике тоннаға етә, һәр ҡайһыһы – өс килограмдан ете килограмға ҡәҙәр. Был турала театрҙың художество етәксеһе – Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов Республикаға идара итеү үҙәгенән “Сәләм” тапшырыуында тура бәйләнештә булғанда бәйән итте. Операға кейемдәр республикала, театрҙың костюм оҫтаханаһында тегелгән.
Әйткәндәй, А. Абдразаҡовтан кәңәш – иртән яҡшы кәйефтә уяныр өсөн, кистән үк үҙеңде яңы көнгә көйләргә кәрәк. Иртән иһә – йылмайырға, үҙеңә лә, бүтәндәргә лә.
“Садко” тураһында һөйләү – реклама түгел, сөнки киләһе айға ла билеттар һатылып бөткән инде, был – республика артистарына, шулай уҡ республиканың үҙенә хөрмәт йөҙөнән, тип билдәләйҙәр Республикаға идара итеү үҙәгенән.
Сәхнәгә яңы әҫәр сығарыу – һәр театр өсөн ваҡиға. Башҡортостанда йыл һайын премьера була. Ике йыл элек – “Аттила”, үткән йылда – “Дон Кихот”, әле килеп – “Садко”. “Афарин!”дан башҡа һүҙ юҡ.
Республикаға идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системаларына спектаклдәге балалар тураһында һорау ҙа килгән. Асҡар Абдразаҡов әйтеүенсә, кискеһен сәхнәлә артистарҙың балалары була.
Тағы ла. Опера артистарын – З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында, ә балет артистарын – Р. Нуриев исемендәге Башҡортостан хореография колледжында әҙерләйҙәр. Республикабыҙҙа бына шундай таланттар оҫтаханалары бар.
Барыһы хаҡында ла яҙып ҡына бөтөп булмай, эфирҙы ҡарарға мөмкин, тип хәбәр итә Республикаға идара итеү үҙәге.
Фото: bashopera.ru/news/