27 ноябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә Николай Римский-Корсаковтың “Садко” операһының премьераһында булды.
Новгород гусляры Садко тураһындағы былиналарға нигеҙләнгән музыкаль әҫәр – Башҡорт операһы өсөн яңы спектакль. Уның ҡуйыусы режиссеры – Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Асҡар Абдразаҡов. Дирижеры – Рәсәйҙең халыҡ артисы Феликс Коробов.
Операла театрҙың опера һәм балет труппалары, шулай уҡ хор тулыһынса йәлеп ителгән. Тамаша ваҡытында сәхнәгә бер үк ваҡытта 200-ҙән ашыу кеше сыға. Спектакль тамамланғас, республика Башлығы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры труппаһы артистары менән осрашты.
– “Садко” премьераһы – республикабыҙҙың мәҙәни тормошонда әһәмиәтле ваҡиға. Ижади коллективҡа шундай матур тамаша өсөн рәхмәт, – тине билдәләне Радий Хәбиров. – Беҙ Башҡортостан халҡының һәм ҡунаҡтарының күңеленә хуш килгән яңы спектаклдәргә булышлыҡ итергә әҙербеҙ. Ә “Садко” операһын, әлбиттә, Мәскәүҙең иң ҙур сәхнәләренең береһендә күрһәтербеҙ.
Театр артистары республика етәкселегенә төбәктең мәҙәни тормошон үҫтерергә ярҙам иткәне өсөн рәхмәт әйтте.
Фото: glavarb.ru
Сығанаҡ: glavarb.ru