Белорет районының Ҡоҙғон-Әхмәр ауылынан Алик Юлышевтың шәп гармунсы булыуы хаҡында районда ғына түгел, бүтән төбәктә йәшәгәндәр ҙә яҡшы белә. Уның уйнаған көйҙәре һәм моңло тауышы бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Ғөмүмән, ул ихласлығы менән әсир итә.
Алик 1969 йылда Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында Сәбилә менән Булат Юлышевтарҙың ҙур ғаиләһендә дүртенсе бала булып тыуған. Ғаилә башлығы – гармунсы, шуға күрә балалары ла музыка ҡоралдарын ҡулына иртә ала. Әйткәндәй, Юлышевтарҙың ғаиләһендә ете бала үҫә, уларҙың алтыһы – биш егет һәм кинйәбикә Лариса гармунда уйнай. Луиза апайҙары ғына гармун тартырға өйрәнмәгән, уның ҡарауы, матур йырлай.
Алик ауылда башланғыс мәктәпте тамамлағас, Белорет мәктәп-интернатында белем ала. Шул саҡтан гармунын ҡулынан төшөрмәй: класташтарын бейетә, белем усағында уҙған сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Ауыл клубында аккомпаниатор ҙа була, ә кистәрен йәштәрҙең күңелен аса.
Мәктәпте тамамлағас, ул ҡаланың 26-сы һөнәрселек училищеһында ташсы, электр монтажсы, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе һөнәрҙәрен үҙләштерә.
Ҡулына диплом алған егетте 1987 йылда армия сафына саҡыралар. Уға Германияла хеҙмәт итергә насип була. Ә Тыуған ил алдындағы хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, Белорет ҡалаһындағы төҙөлөш предприятиеһына эшкә урынлаша. Әммә үҙгәртеп ҡороу осоронда ойошма бөлгөнлөккә төшә, ә эшселәре ҡыҫҡартыуға эләгә. Бөгөн Алик Булат улы тормош иптәше Зөһрә Дәүләтбай ҡыҙы Сөнәғәтова менән Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында йәшәй.
Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, Алик Юлышев гармунынан айырылмай. Ауылдың мәҙәни сараларында әүҙем ҡатнаша, шулай уҡ уны төрлө кисәләрҙә, тыуған көндәрҙә, туйҙарҙа сығыш яһарға ла саҡыралар. Гармундан тыш, баянда, хромка-гармунда, гитарала ла уйнай.
– Армиянан ҡайтҡас, Рәйес Вәлиев баянда уйнарға өйрәтте. Яңынан тыуған булһам, сәнғәт юлын һайлар инем, – ти һәүәҫкәр гармунсы.
Алик Юлышев Хоҙай биргән һәләтенә, гармунға һәр саҡ рәхмәт уҡып йәшәй.
– Гармунға мең рәхмәтлемен, сөнки ул мине күп насар хәлдәрҙән ҡотҡарып ҡалды. Төҙөлөш ойошмаһында эшләгән саҡта Исмаҡай ауылына мәктәп төҙөргә ебәрҙеләр. Беҙҙе бишәр кешегә бүлеп, урындағы халыҡҡа йәшәргә урынлаштырҙылар. Мин үҙем менән хромка-гармун һалып алдым. Беҙҙең менән йәшәгән урыҫ егеттәре, кисен клубҡа сығып, үҙҙәренең тәртипһеҙлеген күрһәткән. Ауылдың ир-егеттәренә был оҡшамаған. Бер мәл, беҙ йоҡлап ятҡанда, ҡоралланған ауыл егеттәре килеп инде, бөтәбеҙҙе лә стена буйына теҙеп ҡуйҙы. Ныҡ асыулылар, беҙҙең ҡот алынды, ҡыбырларға ла ҡурҡып торабыҙ. Шул саҡ араларындағы бер егет, иҙәндә торған хромка-гармунды күреп: “Был нимә? Кем уйнай?” – тип һораны. Ҡурҡып ҡына: “Мин”, – тип яуапланым. “Уйнап күрһәт!” – тип бойорҙо. Уйнап-йырлап ебәргәйнем, тегеләр йомшарҙы. Шулай итеп, беҙ был хәлдән имен ҡотолоп ҡалдыҡ. Шуға ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, гармундан айырылмайым, – тип һөйләне ул.
Гармунсы башҡа төрлө ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғаларға ла күп тарыған. Бынан бер-ике йыл элек ҡыш бер туған ағаһы менән райондың Инйәр ауылына йәрминкәгә йылҡы ите һатырға барғандар.
– Эргәлә торған һатыусыларҙан дуңғыҙ итен алалар, ә йылҡы итен һораған кеше юҡ. “Оят булһа ла, ҡайҙа гармунымда уйнап-йырлап, һатып алыусыларҙы йәлеп итәйем әле”, – тип музыка ҡоралын сығарып, бәләкәй генә концерт ойоштороп ебәрҙем. Бер мәл бөтәһе лә эргәгә килеп һырылды, йылҡы итен дәррәү ала башланы. Ике йылҡы һатҡандай булдыҡ. Ҡайтҡас, ағайым шул аҡсаға машина һатып алды, – ти ул.
Ысынлап та, һәләтле кеше бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмай. Халыҡ уларҙы күрә һәм һәр саҡ түрҙә йөрөтә. Аликтың да һыҙҙырып гармун уйнауы, моңло тауышы бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Ошондай кешеләр тормошобоҙҙо йәмләй.
Рәмилә МУСИНА