Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
29 Ноябрь 2022, 22:39

Моң даръяһы – тыуған еренән

Йырсы юғары маҡсаттар менән йәшәй.

Автор фотоһы.
Фото: Автор фотоһы.

Рухи ҡомарт­ҡыларыбыҙҙы һаҡлау һәм үҫтереүҙә халыҡ таланттарының өлөшө ныҡ ҙур. Шундай шәхестәрҙең береһе – танылған йырсы Рауил Харрасов. Бындай сихри, яҙғы гөлдәй наҙлы моңдоң йөрәк түренән урғылыуы, моғайын да, моң даръяһының сәңгелдәге булған тыуған ауылынан, ә халҡыбыҙҙың рухи гәүһәрҙәренә һөйөүе нәҫел-нәсәбенән киләлер.

Рауил Ғүмәр улы Ишмөхәмәт ауылында (Баймаҡ районы) Факиһа менән Ғүмәр Харрасовтар ғаилә­һендә донъяға килә. Бәләкәйҙән Ибраһим олатаһының “Сибай”, “Томан” кеүек халыҡ йырҙарын, әсәһе­нең моңло тауышын, олатаһы Мәхмүт Харрас улының ҡурай моңон тыңлап үҫкән нескә күңелле Рауилдең йөрәгенә халыҡ моңона һөйөү орлоғо һалына, нәҫеленең моңға әүәҫлеге һуңынан уның оло сәхнәгә сығыуына этәргес була.

Буласаҡ йырсы Ер йөҙөндәге иң изге һөнәрҙәрҙе үҙләштерә: игенсе, уҡытыусы, мәҙәниәт хеҙмәткәре, йырсы, һаҡсы. Мәктәпте тамамлағас, ул атаһының ярҙамсыһы булып та эшләп ала. Ул саҡты йырсы һағынып иҫкә ала. “Агитбригада менән сыҡ­ҡан саҡта иген еҫен еҫкәһәм, ҡара ерҙе, икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙы күрһәм, дәртләнеп китәм, сөнки бәләкәйҙән атайыма эйәреп, комбайнда ярҙам­сы булып йөрөнөм. Мәктәптән һуң атайым менән ике комбайнда бер звено булып эшләнек. “Йылайыр” совхозы баҫыуҙарында икәүләп ике комбайнда мең гектарҙа игенде яҫмаға һалдыҡ”, – тип хәтерләй әңгәмәсем.

Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, егет сәнғәт юлын һайлап, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына уҡыр­ға инә. Унан Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетында бер аҙ уҡып ала.

– Каникул ваҡытында Баймаҡ район мәҙәниәт йортонда эшләп алайым әле тип кенә килгәйнем, бындағы дәртле, сағыу мәҙәни тормош үҙенә йотоп алды – эшкә ҡалдым да ҡуйҙым, – ти әңгәмәсем. – Уҡыуымды ташланым. Институтта Миләүшә Мортазина, үҙе бер нисә тапҡыр тыңлап ҡарап, вокал бүлегенә саҡырҙы, тыңламаным.

Әммә тынғыһыҙ шәхес, үҙен тел өлкәһендә лә һынамаҡсы булып, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына юл тота, бында ул ситтән тороп белем ала.

“Йылайыр” совхозында ул мәҙә­ниәт йортонда – методист, Покровка, Сосновка мәктәптәрендә башҡорт теле, музыка уҡытыусыһы булып эшләй. “Мин эшкә барған бар мәктәп “йырлай” башлай торғайны”, – тип көлөп хәтерләй йырсы, йәғни уҡыу­сылары, яратҡан педагогтарына эйәреп, йыр конкурстарында ҡат­наша, район кимәлендә таныла башлай. “Сулпан” театрында актер булып эшләгән сағында уны тағы ла Баймаҡ мәҙәниәт йортона эшкә саҡыралар.

Йөрәге мәҙәниәт өсөн типкән, йә­шәйеше сәнғәт менән сорналған ижад кешеһе: “Ҡайҙа ғына эшләһәм дә, йыр-моңдан айырылманым”, – тип татлы иҫтәлектәргә бирелергә ярата. Ысынлап та, районда берәй смотр йәки конкурс башлана икән, ҡыҙыу эш ваҡыты тип тормай, уны эш­тән азат итеп, шунда ебәрәләр. “Мин үҙем дә ҡатнашҡым килеп, ат­лығып тора торғайным”, – тине бер осрашҡанда. Бындай сараларҙа ҡат­нашыу уны юғарыраҡ даирәлә – рес­публика кимәлендә лә сығыш яһарға этәрә. Туҡтауһыҙ эҙләнгән, үҙе өҫтөндә эшләгән йәш йырсы “Йыйын”, “Тальян байрамы” республика фестивалдәрендә уңышлы сығыш яһай. Хатта Мәскәү ҡала­һын­да Кремлдең Съездар һара­йында – II Бөтә Союз халыҡ ижады фестивалендә, республика “Дуҫлыҡ йыры”, Красноярскиҙа – IV фольклор байрамдарында, Мәскәүҙә – Бөтә Рәсәй рәссамдары күргәҙмәһендә БАССР сәнғәте көндәрендә, Магни­тогорскиҙа, Ырымбурҙа – башҡорт мәҙәниәте көндәрендә, Өфөлә – Баймаҡ районы мәҙәниәте көндә­рендә, Санкт-Петербург ҡалаһында һабантуйҙа ҡатнашыуы күп нәмә тураһында һөйләй.

Күкрәк моңо менән халыҡтың һөйөүен күптән яулаған Рауил Хар­ра­совтың яғымлы, моңло тауышы төрлө юғары исемдәр менән баһа­ланды. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемен­дәге республика конкурсы, “Дуҫлыҡ йыры” халыҡ-ара, “Уралым”, “Ирән­дек моңдары” төбәк-ара бәйге­лә­рендә, “Меңйыллыҡ артылышында” республика телевизион фестива­лендә – лауреат, 2006 йылда “Гәл­сәр һандуғас” телевизион фестива­лендә дипломант була. Ә иң ҙур еңеүе 2007 йылда теркәлә: ул Туймазы ҡалаһында уҙғарылған “Оҙон көй” төбәк-ара йыр бәйгеһендә Гран-при яуланы. “Миңә башҡорт халыҡ йыры “Буранбай” еңеү кил­тер­ҙе. Уны Сөләймән Абдуллиндың яҙ­маларынан өйрәндем”, – ти йырсы.

Рауил Ғүмәр улы – “Йырҙарым – күңел нурҙарым!” исемле тәүге аудио­альбомын, аҙаҡтан “Күңелем моңдары” исемле диск сығарҙы. Был районыбыҙ мәҙәниәте һәм сәнғәте өсөн ҙур ваҡиға ине. Уның башҡарыуындағы эстрада һәм халыҡ йырҙары “Юлдаш” радиоһы аша һәр саҡ яңғырап тора. “Уҙған ғүмер”, “Маһисәрүәр”, “Әсәй, һине йыуатам”, “Йәшлек эҙҙәре”, “Йә­шәп һыуһын ҡанманы” йырҙарына Башҡортостан юлдаш телеви­де­ниеһы бик сағыу клиптар ҙа төшөрҙө.

Рауил Харрасовты районда оҫта алып барыусы тип тә беләләр. Район һабантуйҙары, ижад кисәләре, төрлө саралар уның мөһабәт һыны һәм йөрәктәргә үтерлек яғымлы тауышы менән тағы ла тантаналыраҡ, аһәңлерәк төҫ ала. Баянда, мандолинала уйнауы – сәнғәтте сикһеҙ һөйөүенә тағы бер миҫал.

Күкрәк моңо, ете нота сиктәрен артылып, мең-мең балҡыштары менән йөрәктәргә үтеп инерлек тауышлы яҡташыбыҙ юғары маҡсаттар менән йәшәй.

 


Айгөл ИҘЕЛБАЕВА

Баймаҡ районы.

Читайте нас