

30 ноябрҙә Өфөлә республика Башлығы Радий Хәбиров күренекле композитор, Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Хәсәновтың 75 йыллығына арналған концертта булды. Сара "Башҡортостан" дәүләт концерт залында уҙҙы.
Республика етәксеһе музыкантты юбилейы менән ҡотланы һәм артабан да ижади уңыштар теләне.
– Дөрөҫөн әйтәм, был ижад кисәһенә килмәй булдыра алманым. Маэстробыҙға – башҡорт халҡының бөйөк улына ҙур рәхмәт, - тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең быуын «Ҡышҡы романс», «Өфө йүкәләре», «Юҡҡа түгелдер» композицияларында тәрбиәләнгән. Мин дә йыш ҡына һеҙҙең музыканы тыңлайым. Һеҙ, һис шикһеҙ, бөйөк композитор. Жанрығыҙ – йырҙар ғына түгел, ә киң музыка ҡатламы. Ижадығыҙ барыбыҙҙы ла, ҙур республиканы берләштерә. Оло хөрмәт, оло һөйөү һәм рәхмәт әйтәм!
Рим Хәсәновтың ижады башҡорт сәнғәтенең айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде. Ул – ике балет, бик күп хор, камера-инструменталь, симфоник әҫәрҙәр, шул иҫәптән театр, радио һәм кино өсөн музыка, 400-ҙән ашыу йыр, баллада һәм романс, шулай уҡ шиғырҙар һәм пьесалар авторы.
Фото: vk.com/mustafin_18