Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
1 Декабрь 2022, 23:00

"Ике аҡҡош" моң байрамына йыйҙы

"Фәриҙә Ҡудашева менән Бәхти Ғайсиндың ижады беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәйәсәк".

"Ике аҡҡош" моң байрамына йыйҙы
"Ике аҡҡош" моң байрамына йыйҙы

Бөгөн Өфөләге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Рәсәйҙең атҡаҙанған артистары Фәриҙә Ҡудашева менән Бәхти Ғайсиндың ижадына арналған "Ике аҡҡош" IX Бөтә Рәсәй музыкаль конкурсының гала-концерты һәм еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтте.

Сараның даирәһе киңәйә бара. Быйыл унда республикабыҙҙың, илебеҙҙең төрлө төбәктәренән генә түгел, Үзбәкстандан да ҡатнашыусы булыуы - шуға дәлил. Ҡазан, Әлмәт, Сочи, Нижневартовск, Тольятти, Төмән, Ульяновск һәм башҡа күп ҡалаларҙа йәшәгән йыр-моң һөйөүселәрҙе берләштерҙе конкурс.

Тантаналы сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов та ҡатнашты. Үҙ сығышында ул Фәриҙә Ҡудашева менән Бәхти Ғайсиндың ижадының беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәйәсәген билдәләне. Вице-премьерҙың сәнғәт өлкәһендә фиҙакәр хеҙмәт итеүселәргә дәүләт наградалары тапшырыуы ла тантананың күркәм өлөшө булды.

Конкурста ҡатнашыусыларҙың һәләтен Башҡортостан һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов рәйеслегендәге жюри баһаланы. “Киләсәктә лә был сара һүнмәһен, изге тарих дауам итһен”, - тигән теләктәрен белдерҙе билдәле артист, тамашасыларға йыр ҙа бүләк итеп.

Иң тулҡынландырғыс мәл, әлбиттә, еңеүселәрҙе тәбрикләү булды. Улар араһында оло йәштәгеләрҙең дә, балаларҙың да булыуы был конкурстың киләсәге яҡты икәне тураһында һөйләй.

Финалға үткән еңеүселәрҙең береһе - Дүртөйлө ҡалаһынан килгән “Илһам” гармунсылар ансамбле ағзалары менән аралашыу форсаты тейҙе. Коллектив етәксеһе Алмас Ибраһимов әйтеүенсә, төркөм 2019 йылдан алып эшләй. Төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашалар. Күптән түгел Татарстанда фестивалдә уңышлы сығыш яһап ҡайтҡандар. Ансамблдә ун гармунсы шөғөлләнә.

Ауырғазы районы Талбазы ауылынан “Балҡыш” татар халыҡ хоры ла конкурста уңышлы сығыш яһаны. Улар өс йыл ғына эшләһә лә, быйыл халыҡ исеменә лайыҡ булған. Фина Абдуллина етәкселек иткән был ансамблдә шөғөлләнеүселәрҙең йәше – 28-ҙән 78-гә тиклем.

Жюри конкурста ҡатнашыусыларҙың һәләтен ике номинацияла баһаланы. “Вокаль башҡарыу” номинацияһында ҡатнашыусыларҙың оҫталығы 14 йәштән билдәләнде. Унда Фәриҙә Ҡудашева репертуарынан яңғыҙ йыр башҡарыу, шулай уҡ халыҡ йырҙарын һәм заманса музыкаль әҫәрҙәрҙе яңғыҙ йырлау буйынса ярыштылар.

“Инструменталь башҡарыу” тип аталған икенсе номинацияға конкурсанттар биш йәштән алып йәлеп ителде. Бында ҡатнашыусылар Бәхти Ғайсин репертуарынан баянда, аккордеонда һәм башҡа музыкаль инструментта музыкаль әҫәр башҡарыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы.

Быйылғы конкурс та яңы таланттар менән тарих биттәренә инеп ҡалды. Фәриҙә Ҡудашева һәм Бәхти Ғайсиндың бөйөк ижадына тәрән ихтирам сағылды унда.

Байрамдан тулы репортажды гәзитебеҙҙә уҡырһығыҙ.

Автор фотолары һәм видеояҙмаһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: