Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Декабрь 2022, 09:00

75 йәштә лә конкурстарҙа еңеү яулай

Конкурстың гала-концертында Фәис Сәфиуллин менән әңгәмәләшеү форсаты тейҙе.  

75 йәштә лә конкурстарҙа еңеү яулай75 йәштә лә конкурстарҙа еңеү яулай
75 йәштә лә конкурстарҙа еңеү яулай

Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артистары Фәриҙә Ҡудашева менән Бәхти Ғайсин ижадына арналған IX Бөтә Рәсәй музыкаль конкурсы райондарҙа йәшәгән таланттарҙы ла күтәререргә булышлыҡ итте.

Ауырғазы районынан 75 йәшлек Фәис Сәфиуллин да ошо мәртәбәле конкурста баянда уйнап, еңеүселәр рәтен биләне – ул “Инструменталь башҡарыу” номинациһында 3-сө дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Конкурстың гала-концертында уның менән  әңгәмәләшеү форсаты тейҙе. Фәис Хәтмулла улы 19 йәштә баянда уйнарға өйрәнә һәм шул ваҡыттан бар ғүмере ошо музыка ҡоралы менән бәйле.

- Атайым Бөйөк Ватан һуғышы яугире ине, скрипкала бик матур уйнаны. Уның һәләте миңә лә күскәндер, - тине әңгәмәсем.

Ғүмер буйы мәктәп, клуб, мәҙәниәт һарайы кеүек учреждениеларҙа концертмейстер булып эшләгән Фәис Сәфиуллин бөгөнгө көндә хаҡлы ялда булһа ла баянынан айырылмай. “Ул миңә йәшәүгә көс бирә”, - тип “Башҡортостан” гәзите уҡыусыларына ла моңло көйҙәрен бүләк итте.  

Автор фотоһы һәм видеоһы. 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас