Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Декабрь 2022, 14:15

Ҡурсаҡ театры ҡурсаҡтай матур буласаҡ

Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров ниҙәр яҙҙы?

Ҡурсаҡ театры ҡурсаҡтай матур буласаҡҠурсаҡ театры ҡурсаҡтай матур буласаҡ
Ҡурсаҡ театры ҡурсаҡтай матур буласаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Ҡурсаҡ театрын төҙөкләндереү барышы тураһындағы яҙма менән уртаҡлашты.

"Беҙҙең Ҡурсаҡ театрында реконструкция эштәре тулы көскә бара. Ошонда 40-ар йыл эшләгән артистар был ваҡиғаны көтөп алыуҙары тураһында белдерҙе, сәхнә һәм зал биҙәлеше лә күптән заман талаптарынан артта ҡалған. Хәҙер ул Өфөнөң 450 йыллығына арналған юбилей объекттарының береһе, унда эштәр ҡәтғи график буйынса бара, ошо маҡсатта федераль һәм үҙебеҙҙең төбәк финанслауы ҡаралған. Барыһын да ерен еткереп эшләйәсәкбеҙ, бинаға заманса, күркәм төҫ биреп, 2024 йылдың яҙына ата-әсәләргә һәм балаларға тапшырырға ниәтләйбеҙ.

Проектта иҫке театр бинаһын һәм 135 урынға иҫәпләнгән бәләкәй зал, конференц зал, репетицияар залы, оҫтаханалар, хужалыҡ бүлмәләре урынлашасаҡ дүрт ҡатлы төкәтмәне реконструкциялау ҡаралған. Иҫке бинала 300 урынлыҡ ҙур зал урын ала.

Бөгөнгә нимәләр эшләнде? Бинаның иҫке өлөшөндә эске биҙәү эштәре башланды, төҙөүселәр эске инженер коммуникацияларын ҡора, тышҡы яҡтан йылыта. Төкәтмәне төҙөү тамамланды, унда ла эске биҙәү эштәре бара.  

Реконструкция барған мәлдә спектаклдәр туҡталманы, улар Опера һәм балет театрының бәләкәй залында, Өфөнөң мәҙәниәт йорттарында күрһәтелә. Труппа республикабыҙ ҡала, райондары буйлап гастролдә йөрөй.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры – “Ҙур гастролдәр” федераль программаһының ҡатнашыусыһы ла. Уның сиктәрендә быйыл яҙ Тыва ҡурсаҡ театры менән алмаш гастролдәр уҙғарылды.

Бәлки барыһы ла белмәйҙер, был учреждение – Рәсәйҙәге беренсе милли ҡурсаҡ театры. Ә хәҙер беҙ уның иң матурҙарҙың береһе булыуы өсөн тырышабыҙ", - тиелә яҙмала.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Ҡурсаҡ театры ҡурсаҡтай матур буласаҡ
Ҡурсаҡ театры ҡурсаҡтай матур буласаҡ
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас