Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
3 Декабрь 2022, 11:00

Илһөйә Бәҙретдинова ҡаты сиргә тарыған

"Әле гистология анализын көтәм..." - тигән ул.

Илһөйә Бәҙретдинова ҡаты сиргә тарыған
Илһөйә Бәҙретдинова ҡаты сиргә тарыған

Татарстандың атҡаҙанған артисы, күптәрҙең яратҡан йырсыһы Илһөйә Бәҙретдинова күптән түгел операция кисергән. Халыҡ уны үҙ тормошон һәм ижадын асыҡтан-асыҡ бәйән иткән йырсы булараҡ яҡшы белә һәм хөрмәт итә.

Был юлы ла Илһөйә Бәҙретдинова борсолоуының серен асҡан. "Йәшерер нимәм юҡ - күптән түгел операция кисерҙем. Аңлағандар аңларҙар, бөгөн мин гистология анализын көтәм", - тигән.

Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, йырсыға тиҙерәк һауығыуын һәм Башҡортостанға гастролдәргә килеүен теләйбеҙ!

Фото: "Интертат". 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: